Һуңғы осор факультетты бөтөрөү хаҡында таралған мәғлүмәт күптәрҙе хафаға һалды. «Фекер алышыу барышында факультетты Башҡорт телен үҫтереү буйынса ғилми-белем биреү үҙәге тип үҙгәртеү мәсьәләһе күтәрелде. Быны факультет студенттары һәм уҡытыусылары менән дә тикшерҙек һәм ҡәҙимгесә «факультет» тип ҡалдырырға тигән фекергә килдек», - тип хәбәр итте Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Салауат Сәғитов. - Башҡорт филологияһы факультетын ябыу тураһында һүҙ бармай.