Агросәнәғәт комплексына ярҙамды арттырыу һәм ауыл халҡына субсидиялар менән ярҙам итеү планлаштырылыуын республика башлығы Радий Хәбиров эш сәфәрендә белдерҙе. «Беҙ фельдшер-акушерлыҡ пункттар төҙөүҙе, ауылдарҙы төҙөкләндереүгә, юлдарға һәм урамдарҙы яҡтыртыуға аҡса бүлеүҙе дауам итербеҙ, йәштәрҙең күбеһе ауылда йәшәргә һәм эшләргә ҡалыр тип ышанғы килә», - тине ул. Шулай уҡ агросәнәғәт комплексы проблемаларын тикшереү, халыҡтың үҙҙәренең проблемаларын һәм тәҡдимдәрен индереү мөмкинлеге булһын өсөн айырым майҙансыҡ булдырыу хаҡында уйларға кәрәклеген билдәләне.