Иглин районында бер фермерҙың бер нисә аты боҙ ватылып, һыуға төшөп китә. Йылҡы көтөүе, ғәҙәттәгесә, йыл да йөрөгән ерҙә йөрөй. Малҡайҙарҙың хужаһы быйылғы ҡыштың үҙенсәлеген, боҙҙоң йоҡалығын иҫәпкә алмаған. Уның ҡыуанысы ҙур - аттарҙы күмәкләп тиҙ арала ҡотҡаралар.