Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәте буйынса 10 февралдән 16-һына тиклем, республикала 41 133 кеше ауырып киткән, күпселеге балалар.
Киҫкен респиратор вирус инфекцияһы буйынса эпидемия сиге 70% күтәрелгән, бынан алдағы аҙна менән сағыштырғанда 12,5% артҡан. Диагноздар буйынса 11 979 грипп һәм ОРВИ менән сирләү осрағы теркәлгән, шул иҫәптән балаларҙа – 6 471 осраҡ.Мәктәптәр, балалар баҡсалары карантинға ябыла.
Сәләмәт саҡта һаҡлыҡ саралары күреү отошлораҡ:аҡсаң да янда ҡала, ыҙа ла сикмәйһең. Шуға күрә иң һөҙөмтәле ысул - иммунитетты нығытыу.