Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
20 Февраль 2020, 16:30

Үҙебеҙҙекен һайла, үҙебеҙҙекен һатып ал

Ҡала урамдарындағы баҙарсыҡтар янынан үткәндә күптәр шундай фекергә киләлер. Мине лә һәр ваҡыт үҙенең баҡсаһынан, хужалығынан һатырға алып сыҡҡандар иғтибарҙы йәлеп итә. Айырыуса йәй көнө.

Ҡала урамдарындағы баҙарсыҡтар янынан үткәндә күптәр шундай фекергә киләлер. Мине лә һәр ваҡыт үҙенең баҡсаһынан, хужалығынан һатырға алып сыҡҡандар иғтибарҙы йәлеп итә. Айырыуса йәй көнө. Унда һатыусылар иртән иртүк йыйыла. Иртә килгән урын өсөн тиһәләр ҙә, баҙарҙың үҙ тәртибе - бында һәр кемдең үҙ мөйөшө-майҙансығы бар. Кемдер ҡыйығы ябыҡ рәттәр артына баҫа. Икенселәре, дөрөҫөрәге, ауылдан килгәндәр тротуарҙың ике яғынан теҙелә. Тап ошо аллы-гөллө сәскәләрҙән, йәшел тәмләткестәрҙән, емеш-еләк, йәшелсәләрҙән, май-ҡаймаҡтан барлыҡҡа килгән “коридор” аша үтеү оҡшай. Бынан инде нимә булһа ла алмай уҙып китеү уңайһыҙ һымаҡ хатта. Нисек инде, ауыҙ итегеҙ, тип итәгенә һөртөп булһа ла, алма һуҙған инәйҙәр, бабайҙар янынан ҡул һелтәп үтәһең? Үҙеңдең баҡсаңда күпереп ултырһа ла, бер бәйләм укроп булһа ла алып китмәй сараң юҡ. Юҡ хаҡҡа ла биреп ебәрергә әҙер бит уларҙың ҡайһы берәүҙәре.
Ҡышын да буш тормай баҙарсыҡтар. Уның рәттәре йәй көнө кеүек йәнле түгел, әлбиттә. Шулай ҙа иртәнге сәғәттәрҙә үк күптәр өйрәнгән урынына ашыға. Хәҙер инде унда миҙгелгә ярашлы әйберҙәр урын алған: салат, әҙерләмә, ҡайнатма, киптерелгән дарыу үләндәре, миндек, һөт аҙыҡтары, йомортҡа, дебет шәл, ойоҡбаш, бейәләй һәм башҡа кәрәк-яраҡ.
Шулай, бер үтеп барғанда ултырғыста ике төрлө никель сәйнүккә күҙем төштө. Өр-яңы түгел, тотонолған, әммә бик матурҙар. Аҫтарына ырғаҡ менән бәйләнгән аҡ салфетка йәйелгән. Әйтерһең дә, улар һатырға түгел, ә күргәҙмәгә сығарылған. Янында туҡталыуым булды, ситтәрәк һөйләшеп торған был кухня приборҙары эйәһе йүгереп килеп етте. Ҡыуанысы эсенә һыймағанын йәшерә алмай:
  • Бына бит сәйнүктәремде ҡараусы кеше табылды! - тип, минең иғтибар күрһәткәнемә рәхмәт әйтеп, уларҙың тарихы менән бүлешергә ашыҡты.
  • Бәләкәй баҙарҙа һатыусыларҙың барыһы ла аралашыу, эс сере менән уртаҡлашыу, көн үткәреү уйы менән генә сыҡмай, әлбиттә. Улар араһында мохтажлыҡтан, үҙ ауыҙынан өҙөп, юғын бар итеп, һатырға ҡуйғандар ҙа күп. Кемдер пенсияһын еткерә алмай, икенселәре ейәндәрен уҡытырға ярҙам итә. Ә, бәлки, ҡайһы берәүҙәрҙең төп килем алыу сығанағылыр ҙа. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, бәләкәй баҙарҙан аҙнаһына, һис юғында, ике аҙнаға бер булһа ла һатып алайыҡ. Ҡышын да унда теләгән әйберҙе табырға мөмкин. Супермаркеттарҙан химия тултырылғанды алғансы, экологик таҙа ризыҡҡа өҫтөнлөк бирәйек, шуның менән урындағы халыҡҡа ла файҙа килтерербеҙ.
    Читайте нас: