Салауатты күрҙем мин төшөмдә,
Ни юрарға белмәй аҙарынам,
Йөрәгемә ҡандар һауыр инде.
Ҡараштары сая батырҙың да
Күҙҙәрендә күрҙем һағышын.
Йән иреген быуған дошмандарға
Ярға бәргән ярһыу тулҡындарға
Өнһөҙ ҡарап торҙо күҙ атып.
Бығауланған күпме батырҙарҙы
Башҡорттары өнһөҙ оҙатты.
Салауаттың эргәһенә баҫҡан
Телһеҙ сәсән ниҙер ымланы.
Оран һалыр ине, күптән телһеҙ,
Телһеҙ ҡалыу - йәнде йолҡоп алыу,
Ҡамсыларҙан ауыр был яза.
Һынауҙарҙы еңер рухыбыҙға
Ҡылдырмайыҡ бөгөн йыназа.
Теләктәрҙе Аллаһ ишетер ул,
Тик һынауҙар, ай һай, ныҡ яман.
Халыҡ булып ҡына һаҡланайыҡ,
Үҙгәрә лә тора был заман.
Төштәремә керҙе Салауатым,
Тарих Ерҙә бик йыш ҡабатлана,
Ҡулса булып килеп тоташа...