Конгэк
-6 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
4 Март 2020, 19:55

Матурлыҡ бүләк итә

Йылмайыу ҙур көскә эйә булыуын бер кем дә инҡар итә алмай. Әммә уның өсөн кешенең ихласлығы, аралашырға, ярҙам итергә әҙерлеге генә аҙ. Бының өсөн тештәрҙең сәләмәт булыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә.

Йылмайыу ҙур көскә эйә булыуын бер кем дә инҡар итә алмай. Әммә уның өсөн кешенең ихласлығы, аралашырға, ярҙам итергә әҙерлеге генә аҙ. Бының өсөн тештәрҙең сәләмәт булыуы ла ҙур әһәмиәткә эйә.
Оҙаҡ йылдар үҙәк район дауаханаһы стоматология бүлексәһендә теш врачы булып эшләгән Әлфиә Саниева ла шундай фекерҙә.
  • Тешенән оялып күптәр үҙенең йылмайыуын, тимәк, матурлығын йәшерергә мәжбүр, - ти тәжрибәле белгес. - Бөгөн һаулыҡ һаҡлау өлкәһе заманса үҙгәреш кисерә. Табипҡа күренергә ҡурҡырға кәрәкмәй.Медицина ҡорамалдары ла, технологиялар ҙа, дауалау алымдары ла камиллаша. Тештең, ҡаҙналарҙың сәләмәтлеген оҙаҡ йылдарға еткереү өсөн ваҡытында врачҡа күренеү һәм ябай ғына ҡағиҙәләрҙе үтәү ҙә етә.
  • Әлфиә - бала саҡ хыялына тоғро ҡалған һөнәрмәндәрҙең береһе. Дүртенсе класта уҡығанда уҡ тултырған анкетала үҙенең врач булырға теләгәнен яҙа. Урта мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ медицина училищеһының теш дауалау бүлексәһенә уҡырға инә һәм бөгөнгә тиклем тап ошо һөнәрҙе һайлағанына үкенгәне юҡ.
    Белемен камиллаштырырға ынтылышы, һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы мөнәсәбәте бушҡа үтмәй уның. Тырышлығы һәр ваҡыт пациенттарының рәхмәт һүҙе булып ҡайта. Ә эшенең бөтә нескәлеген белеүе, үҙ көсөнә ышаныуы хеҙмәттәштәре, етәкселек араһында абруй ҡаҙаныуға килтергән.
    Март башында Әлфиә Әҙһәм ҡыҙы бер юлы ике байрамды билдәләй. Береһе Халыҡ-ара теш врачы көнө булһа, икенсеһе - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. Форсаттан файҙаланып, ул хеҙмәттәштәрен, ике ҡыҙын, бөтә яҡындарын байрам менән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
    • Был донъяға һәр кем бәхетле булырға килгән. Был тойғоноң төп билдәһе – йылмайыу. Кешеләргә ошо йыл хисен белдерергә саҡ ҡына ярҙам итһәм дә, мин бик шатмын, - ти ул.
    • Читайте нас: