Митингтарҙа хоҡуҡ боҙоуҙарҙы булдырмаҫҡа кәрәк, юғиһә улар тәртип боҙоуҙарға килтерергә мөмкин, тип аңлатты Рәсәй Президенты Владимир Путин.
“Урамдарҙа машиналар яндырғандарын теләмәйбеҙҙер бит? Әгәр ҙә тәьҫир итмәһәк, яндырасаҡтар. Тәҙрәләр ватасаҡтар, һәм аныҡ кешеләр бынан зыян күрәсәк”, - тине ул.
Үҙ позицияңды акциялар ярҙамында белдереү закон тарафынан тыйылмаған, тик бының өсөн рөхсәт алырға кәрәк.
“Бөтә илдәрҙә лә тиерлек рөхсәт ителмәгән акциялар өсөн иректән мәхрүм итеү ҡаралған”, - тип өҫтәне Президент.
Фото: Алексей Дружинин / РИА Новости