- Дүшәмбе көн һынау режимында 600 баш күркә һуйылды, ҡоштарҙың өлгөргәнлеге тикшерелде, ҡоролмаларҙың көйлөлөгө ҡаралды - ти Мәләүез ветеринар станцияһы начальнигы урынбаҫары Евгения Тарасова. - Әле көн һайын күркә итен етештереү дауам итә, тәүлегенә ике-ике мең ярым ҡош һуйыла. Процесс тулыһынса беҙҙең станцияның ике ветеринар врачы күҙәтеүе аҫтында үтә. 4 мартта тәүге партия продукция ҡулланыусыһына оҙатылды ла инде.