Конгэк
-7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
10 Март 2020, 11:45

Тилбер, өлгөр Гөлнара

Оҙон ҡыштан һуң, ниһайәт, яҙ беҙгә ишек ҡаға. Уның һулышынан бар тәбиғәт уянғанда, тәбиғәт тә йәмләнә. “Был ваҡытта яңы йоҡонан уянған кешеләр ҙә барҙыр, ә кемдер көндәлек ярты эшен тамамланы, тиһәң дә була”, - тип уйлап, ауылдаш коллегалары Наилә Рахманғолова менән Гөлнара Ғәлимованы көтөп алды ла Гөлнара Рахманғолова машинаһын ҡайтыу яғына, Дәүләтҡолға борҙо. Ноябрҙән алып улар 23 саҡрым йыраҡлыҡта ятҡан Нордовка фермаһында һыйыр һауырға күсте. Өйрәнеп киткәс, иртәнге дүртенсе яртынан тороп, эшкә йөрөүе артыҡ ауыр ҙа түгел кеүек, әммә һәр кемдең ҡулынан килмәй. Ҡышын Дәүләтҡолдан оло юлға тиклем һепертмә бурандар күмеп тә киткеләне, ярай хужалыҡтың тракторҙары гел таҙартып тора. Ғафури районы Ташбүкән ауылы ҡыҙы Гөлнара Рахманғолова 26 йыл элек Дәүләтҡолға килен булып төшә, бер аҙнанан һауынсы булып эшкә тотона.

Оҙон ҡыштан һуң, ниһайәт, яҙ беҙгә ишек ҡаға. Уның һулышынан бар тәбиғәт уянғанда, тәбиғәт тә йәмләнә. “Был ваҡытта яңы йоҡонан уянған кешеләр ҙә барҙыр, ә кемдер көндәлек ярты эшен тамамланы, тиһәң дә була”, - тип уйлап, ауылдаш коллегалары Наилә Рахманғолова менән Гөлнара Ғәлимованы көтөп алды ла Гөлнара Рахманғолова машинаһын ҡайтыу яғына, Дәүләтҡолға борҙо. Ноябрҙән алып улар 23 саҡрым йыраҡлыҡта ятҡан Нордовка фермаһында һыйыр һауырға күсте. Өйрәнеп киткәс, иртәнге дүртенсе яртынан тороп, эшкә йөрөүе артыҡ ауыр ҙа түгел кеүек, әммә һәр кемдең ҡулынан килмәй. Ҡышын Дәүләтҡолдан оло юлға тиклем һепертмә бурандар күмеп тә киткеләне, ярай хужалыҡтың тракторҙары гел таҙартып тора.
Ғафури районы Ташбүкән ауылы ҡыҙы Гөлнара Рахманғолова 26 йыл элек Дәүләтҡолға килен булып төшә, бер аҙнанан һауынсы булып эшкә тотона. “Элегерәк һауыу аппараттары аҫылмалы түгел, мискә менән була торғайны. Уларҙы тәүҙә махсус кәритәгә һалып щеткалаһаҡ, хәҙер шлангы менән һыу һиптереп йыуабыҙ. Тәпке менән тиҙәк ҡырып, һепертке менән ферма иҙәнен һепергән ваҡыттар артта ҡалды”, - ти ул. Шулай ҙа физик эш етерлек әле. Корнеевкала 50-ләп һыйыр һауһа, хәҙер бер һауынсыға 180-дән ашыу баш мал тура килә. Яңы ҡорамалды үҙләштереү ҙә яуаплылыҡ талап иткән. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған мониторинг буйынса, Гөлнара ғинуар айында, бер һыйырҙан 9,100 килограмм һөт һауып, республикала иң яҡшы күрһәткескә өлгәшкән.
Тормош иптәше Юрис менән донъя йөгөн тигеҙ тартҡан, Әлфинә ҡыҙын матур итеп үҫтереп оло юлға аяҡ баҫтырған, улдары Ильясты уҡытҡан, өҫтәүенә “тимер атты эйәрләгән” уңған, сибәр, сая, булдыҡлы ҡатынға ҡарап, урыҫ халҡының “Сабып барған атты туҡтатыр, янған өйгә инер” тигән әйтеме иҫкә төшә. Һоҡланам шундай ҡатындарға!
Читайте нас: