Бөйөк Ватан һуғышында Тыуған илебеҙ азатлығы өсөн көрәшкән фронтовиктарҙың ғына түгел, уларҙың балаларының да, тыл ветерандарының да сафы йылдан-йыл һирәгәйә. Шуға күрә ҡулыбыҙҙан килгәнсә улар иҫән саҡта хөрмәт күрһәтергә, бөгөнгө тыныс тормошобоҙ өсөн рәхмәт белдерергә тейешбеҙ.
Быйыл 9 Майҙа һуғыш тамамланыуға 75 йыл тула. Был - аҙ ваҡыт түгел. Әммә арабыҙҙа һаман булһа йөрәгендә уңалмаҫ яра йөрөткәндәр байтаҡ. Бала сағы дәһшәтле осорға һәм унан һуңғы ауыр йылдарға тура килгән оло быуын вәкилдәренең күңелендә лә тәрән эҙ ҡалдырған ул. Йор һүҙле, шаян тәбиғәтле Фатих Ҡылысбаев менән уның бала сағы тураһында һөйләшкәндә бар булмышын һағыш һәм хәсрәт ялмауын тоймау мөмкин түгел. Юҡ, күҙ йәше менән иламай аҡһаҡал, әммә йөрәге һыҡтағаны, йәне иңрәгәне ишетелә.
Атаһы һуғышҡа киткәнен хәтерләмәй Фатих ағай. Ҡустыһы Рафаэль 17 көнлөк, ә үҙенә өс йәш кенә була был ваҡытта. Шулай ҙа мохтажлыҡтың, аслыҡ-яланғаслыҡтың бар ауырлығы - иҫендә.
-Яҙ көнө ер саҡ ҡарҙан асылғас, үҙем һымаҡ ялан аяҡ, ялан баш малайҙар менән бергә элекке кулактарҙан ҡалған ике келәт араһында балтырған йыйып ашағанды хәтерләйем. Ә йәйен унда атҡолаҡ күп ине. Бөгөн был үҫемлектәрҙе бик иғтибарға алмаһаҡ та, тап шулар беҙҙе үлемдән ҡотҡарып ҡалды, - ти Фатих Ғәлләметдин улы.
1941-1945 йылдарҙа Аҡназар ауылынан илленән ашыу кеше фронтҡа китә. Шуның 32-һенә тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтыу насип булмай. Егерме береһенә генә оҙатҡан ваҡытта тешләгән икмәк һынығын ҡайтып тәмләү бәхете тейә. Шулар араһында Фатих ағайҙың атаһы ла була.
Ғәлләметдин Ҡасим улы һуғыш башланған йылда уҡ яуға китә. Фатих ағай уның ҡайҙа һуғышҡанын, яраланғанын иҫләмәй. Балалығы менән иғтибарға алмағандыр, ә, бәлки, ул үҫкән йылдарҙа был тема артыҡ күтәрелмәгәндер ҙә. Әммә атаһының немецтар ҡамауында ҡалып, шунда минаға эләккәне хаҡында һөйләгәнен яҡшы хәтерләй. - Ялан госпиталендә дауаланырға тура килә атайыма. Ҙур яра тиҙ генә уңалып китмәй, киреһенсә, гангрена башлана. Тотош аяғын юғалтыу хәүефе янағас, врачтар зарарланған урынды ҡырҡырға кәрәклекте әйтә. Йәш фронтовиктың ризалашыуҙан башҡа сараһы ҡалмай. Ауыртыуҙы баҫа торған дарыуҙар сикле, ә түҙергә кәрәк. “Ун ете көнлөк кенә булып ҡалған улым хаҡына сабыр иттем”, - тигәне әле лә иҫемдә, - ти Фатих ағай.
Мәҡәләбеҙ геройы йәнә, бер аяҡ менән ҡайтһа ла, механизацияны ташламаған атаһының: “Тырышырға кәрәк!” - тигән һүҙен бер ҡасан да онотмай. Шуға ла бөтә тормошо тырыш хеҙмәттә үтә. Үҙен белә-белгәндән алып, тиҫтерҙәре менән билен биштән быуып, колхоз эшенең уртаһында ҡайнай. Бесән дә саба, баҫыуҙа ла тир түгә, уңыш йыйыуҙа ла ҡатнаша. Мәктәпте тамамлағас, Мораҡта тракторсылар курсында уҡый. Артабанғы һөнәри биографияһы, шулай итеп, техника менән бәйле: водитель, тракторсы, комбайнсы. Ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләһә лә, үҙ бурысын намыҫ менән үтәй. Ленин исемендәге колхоз үҫешендә Фатих Ғәлләметдин улының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Хәләл ефете Клара Нурғәли ҡыҙы менән ике улға ғүмер бирә. Йортондағы эште лә бына тигән итеп алып бара. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, малын да тота, баҡсаһын да үҫтерә. Тормош юлы еңел генә булмаһа ла, күңеле ҡатмаған уның. Ауылдаштары араһында йомшаҡ һүҙе, ярҙамсыл булыуы менән абруй яулаған. Шулай уҡ Фатих ағайҙы тырышлығы өсөн хөрмәт итәләр. Ҡәҙерле кешеһенең васыятына тоғролоғо яҡташтарының ихтирам тойғоһо булып әйләнеп ҡайтыуына дәлил был.