Конгэк
-4 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
16 Март 2020, 19:20

Кәңәшле эш тарҡалмаҫ

Фермер Әхәт Ибраһимовтың хужалығында, пайсыларҙы төрлө байрам менән ҡотлап, табын йыйыу йолаға әйләнгән. Былтыр Ололар көнөн, Яңы йыл байрамын билдәләгәндәр. Арыҫлан ауылында Нурия Бураҡанова йортонда март башында һый әҙерләнде. “Элек-электән ауыл һайын колхоз өлөш бирә торғайны, бер нисә ғаилә берләшеп, ҡунаҡ булыша инек”, - ти ауылдың ағинәйҙәре Зилә Таштимерова, Бәғиҙә Ғибәҙуллина, фермерҙың яҡшы аҙымын хуплап.

Фермер Әхәт Ибраһимовтың хужалығында, пайсыларҙы төрлө байрам менән ҡотлап, табын йыйыу йолаға әйләнгән. Былтыр Ололар көнөн, Яңы йыл байрамын билдәләгәндәр. Арыҫлан ауылында Нурия Бураҡанова йортонда март башында һый әҙерләнде.
“Элек-электән ауыл һайын колхоз өлөш бирә торғайны, бер нисә ғаилә берләшеп, ҡунаҡ булыша инек”, - ти ауылдың ағинәйҙәре Зилә Таштимерова, Бәғиҙә Ғибәҙуллина, фермерҙың яҡшы аҙымын хуплап.
Өлкәндәрүткәндәрҙе иҫләп, файҙалы тәжрибәне бөгөн ҡулланыу мөмкинселеген күҙалланы. Халыҡ хәтерендә билдәле булған, Арыҫлан ауылында мәҙрәсә асып, балалар уҡытҡан изге шәхестәр, фермала эшләгән осорҙо, колхоз заманында Әсе йылғаһы буйында ҡарбуҙ үҫтергән мәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө, береһенән-береһе матур итеп донъя көткән ауыл уңғандары менән ғорурланды. Эш урыны булмау сәбәпле, ауылда йәштәрҙең ҡалмауы, мәктәп, балалар баҡсаһы булмауы, ер мәсьәләһе борсой ауылдаштарҙы. Әхәт Зиннәт улы ололар менән үҙенең киләсәккә пландары менән уртаҡлашты, кәңәш бирҙе. Ҡулға-ҡул тотоношоп 60 йыл бергә йәшәгән Лилиә һәм Миңнулла Имелбаевтарға, алты тиҫтәне тултырған Йомагилде Ҡотлобаевҡа иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Рәис хәҙрәт Суҡбаев мәжлес алдынан аят уҡыны.
Читайте нас: