Ҡайҙа икән башҡорт һылыуының
Күкрәгендә сыңлар селтәрҙәр?
Ҡашмауҙары күҙҙе ҡамаштырған,
Быуаттарҙан килгән бетеүҙәр?
Сылтыр-сылтыр килгән тәңкәләре
Элек быуындарҙан-быуындарға
Һылыуҙарҙың көмөш тәңкәләре
Аслыҡ йылдарында ҡотҡарған.
Ватан һаҡлар өсөн күтәрелгән,
Танк булып, яуға ташланған.
Самолеттан бомба булып яуған,
Илгә дошман ябырылған саҡта,
Табынырһыңмы алтын-көмөшкә?!
Йәлләмәйсә изге ҡомартҡыны,
Өләсәйҙәр биргән ҡаҙнаға.
Өлөшө бар Еңеү байрағында,
Бөгөн ейәнсәрҙәр көнгә сыға,
Сыңғырлатып көмөш тәңкәләр.
Күҙҙең яуын алған селтәрҙәрен
Мираҫ итеп бирһен әсәләр.