ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
19 Март 2020, 13:30

Ижад ҡомарығыҙ һүнмәһен!

2020 йыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан “Башҡорт теле” йылы тип иғлан ителде. Ә йәмле йәй көндәрендә Өфөлә халыҡ ижадын һаҡлап килеүселәр өсөн ҙур байрам уҙасаҡ. Был «Бөтә донъя фольклориадаһы” байрамында өс меңдән артыҡ кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Ошо саралар айҡанлы ҡуйылған ҙур бурыстар, маҡсаттар беҙҙең йыл башынан уҡ яйлап үтәлә башланы ла инде. Мәктәптәрҙә, ауыл клубтарында уҙған һәр бер сара ошо бурыстарҙы асыуға нигеҙләнгән. Март айының тәүге аҙнаһында Восточный ауылы клубында ике ҙур сара уҙып китте. Унда ҡуйылған маҡсаттар юғарыла әйтелгән “Башҡорт теле” йылына, “Бөтә донъя фольклориадаһы” байрамына туранан тура ҡағыла. Беҙҙең ауылда төрлө халыҡ вәкилдәре йәшәй. Клубта март башында «Масленица» байрамы уҙғарылды. Урыҫ халҡы менән бергә башҡа милләт ҡатын-ҡыҙҙары ла тәмле-тәмле ҡоймаҡтар бешереп, уйнап-көлөп, һаламдан ҡарасҡы яндырып, ғөмүмән, был байрамдың бөтә ҡанундарын үтәп, “Масленица” байрамын күңелле итеп уҙғарып ебәрҙек.

2020 йыл Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан “Башҡорт теле” йылы тип иғлан ителде. Ә йәмле йәй көндәрендә Өфөлә халыҡ ижадын һаҡлап килеүселәр өсөн ҙур байрам уҙасаҡ. Был «Бөтә донъя фольклориадаһы” байрамында өс меңдән артыҡ кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Ошо саралар айҡанлы ҡуйылған ҙур бурыстар, маҡсаттар беҙҙең йыл башынан уҡ яйлап үтәлә башланы ла инде. Мәктәптәрҙә, ауыл клубтарында уҙған һәр бер сара ошо бурыстарҙы асыуға нигеҙләнгән.
Март айының тәүге аҙнаһында Восточный ауылы клубында ике ҙур сара уҙып китте. Унда ҡуйылған маҡсаттар юғарыла әйтелгән “Башҡорт теле” йылына, “Бөтә донъя фольклориадаһы” байрамына туранан тура ҡағыла. Беҙҙең ауылда төрлө халыҡ вәкилдәре йәшәй. Клубта март башында «Масленица» байрамы уҙғарылды. Урыҫ халҡы менән бергә башҡа милләт ҡатын-ҡыҙҙары ла тәмле-тәмле ҡоймаҡтар бешереп, уйнап-көлөп, һаламдан ҡарасҡы яндырып, ғөмүмән, был байрамдың бөтә ҡанундарын үтәп, “Масленица” байрамын күңелле итеп уҙғарып ебәрҙек.
Халыҡ- ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә клубта КВН уҙҙы, был сарала дүрт ауылдан ҡатын-ҡыҙҙар командаһы ҡатнашты. Восточный ауылы командаһын Мәстүрә Ҡунаҡбаева, Боһорман ауылынан килгән команданы Флүрә Бикташева, Әбет ауылы ҡатын-ҡыҙҙарын Миләүшә Бикҡужина, ә Арыҫлан ауылы гүзәлдәрен Нәсимә Суҡбаева әҙерләгән. Байрам иҫ киткес күңелле уҙҙы. Береһенән-береһе көслө командалар бөтә конкурстарға ла бик етди әҙерләнгән. “Танышыу”, “Мода күрһәтеү“, “Клипты сәхнәләштереү“, “Сәхнәләштереү“, “Музыкаль пауза“ һәм башҡа конкурстар халыҡ алҡыштарына күмелде. Сара тәрән мәғәнәле матур йырҙар, әсәйҙәр тураһында уйландырырлыҡ шиғырҙар, ҡотлауҙар менән аралаштырылып барҙы. Сәхнәгә сығып баҫҡан ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡайһылары инде етмеш тиҫтәне ваҡлай, күптәре күп балалы әсәйҙәр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, улар сәхнәлә һәр береһе үҙҙәренең мөләйемлеге, һөйкөмлөгө менән халыҡты арбаны. Сара уҙғас, клубта бай сәй табыны әҙерләнде. Восточный ауылы клубы мөдире Мәстүрә Зариф ҡыҙы ҡунаҡтарға шәл бәйләү станогында эшләп күрһәтте, бәйләнгән шәлдәр, косынкалар, Миннурый Ибраһимова, Гөлдәр Яхина, Надежда Кайдалова, Мәстүрә Ҡунаҡбаеваның йөрәк йылыһы һалып эшләнгән ҡул эштәре барыһына ла оҡшаны. Донъя мәшәҡәттәрен ситкә ҡуйып, беҙҙең ауыл халҡын шулай байрам алдынан килеп тәбрик иткәндәре өсөн уларҙың һәр береһенә ҙур рәхмәт әйтке килә. Ғаиләләренә именлек, ижади уңыштар теләп ҡалабыҙ. Был байрамды ойощтороуҙа матди ярҙам күрһәткән Фәйрүзә Сабитова һәм Таһир Ханнановҡа ҙур рәхмәт әйтке килә.
Бына шулай гөрләп йәшәйбеҙ. Ауылыбыҙҙа бер түгел ике ҡатын-ҡыҙҙар ансамбле эшләп килә. «Илһам» ансамбле инде «Ҡыҙыл юрға» йыры менән клип та төшөрөп өлгөрҙө. Был клип хәҙер ике-өс йыл “Ҡурай” каналында күрһәтелә. «Еләк йыйҙым» йыры менән БСТ каналының «Бай баҡса» тапшырыуында ҡатнашып та өлгөрҙөләр. Етәкселәре Зәйлә Әлмөхәмәтова үҙенең ансамбле менән көнө-төнө ең һыҙғанып эшләүен дауам итә. Март башында етәксе өсөн тағы ла бер ҡыуаныслы хәбәр килде. Уның ҡул аҫтында эшләгән моң һөйөүсе 5-се класс уҡыусылары Данияр Балтабаев һәм Ригина Мәхмүтова “Сулпылар” республика телевизион бәйгеһенә үтеп, Өфөгә телеүҙәккә “Сулпылар” тапшырыуына эфирға төшөргә барып ҡайтты.
“Мираҫ” фольклор ансамбле иһә уҙған йылда халҡыбыҙҙың боронғо кәсеп - йолаларын тергеҙә. “Ҡайын туҙынан һағыҙ ҡайнатыу” һәм “Ҡот ҡойоу”ҙы Рәсәй каналының “По секрету всему свету” тапшырыуында күрһәттеләр. Етәкселәре Мәстүрә Ҡунаҡбаева менән “Мираҫ” ансамбле ауылда уҙған йола байрамдарының уртаһында ҡайнай, районда уҙған фольклор байрамдарынан да ситтә ҡалмайҙар. Күптән түгел ике ансамбль дә “Йырсы ауыл” республика конкурсының беренсе һәм икенсе турында уңышлы ҡатнашты. Артабан да уларҙың ижади ҡомарҙары һүнмәһен, ижад шишмәләре тулып аҡһын тигән матур теләктә ҡалабыҙ.
Гөлнара Кәримова
Читайте нас: