«Яҙ башланыу менән балалар күп ваҡытын тышта үткәрә, сөнки көндәр ҙә йылынды, каникулдар ҙа бара. Яңы вирустың таралыу янауы сәбәпле, уҡыусыларҙы дистанцион белем алыуға күсереүҙәре лә ихтимал, ә был уларҙың буш ваҡыттарын урамда үткәреүен арттырасаҡ ҡына. Шуның өсөн водителдәргә бигерәк ихтибарлы булырға кәрәк, юлда тиҙлекте күҙәтеү мөһим» - тип иҫкәртә ЮХХДИ - ның инспекторы Алексей Филатов.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: үткән юл беҙҙең республикала ғына балалар ҡатнашлығында 438 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, 460-ы төрлө йәрәхәттәр алған, ә 23-ө - вафат булған. Статистика күрһәтеүенсә, күп осраҡта бәлиғ булмағандар машина аҫтында юл ҡағиҙәләрен күҙәтмәгән осраҡта ҡала.