ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
20 Март 2020, 13:32

Ғариза ҡабул итеү ҡағиҙәһе

Эске эштәр бүлеге граждандарҙың хәбәрһеҙ юғалыуы, кешенең шәхси йәки йәмәғәт именлегенә хәүеф янауын белдергән хәлдәр, шул иҫәптән бәхетһеҙлек осраҡтары, юл-транспорт ваҡиғалары, авария, һәләкәт, ғәҙәттән тыш хәлдәр, бола, кешеләрҙең күпләп ағыуланыуы, стихиялы бәләләр һәм башҡа енәйәткә ҡағылышлы күренештәрҙе асыҡлауҙы талап иткән хәбәрҙе һәм яҙма ғаризаны ҡабул итергә тейеш. Бында ғәйебен танып килеүсенең белдереүе лә инә.

РФ Енәйәти-процессуаль кодексының 141-се статьяһының 2-се бүлегенә ярашлы, уны биреүсе телдән хәбәр итһә, мөрәжәғәт протоколға индерелә, унда хәбәр итеүсе һәм ҡабул итеүсе ҡул ҡуя. Ғәйебен танып килеүсе лә телдән йәки яҙма рәүештә ғариза ҡалдыра ала.Енәйәт, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында хәбәрҙәр, ғаризалар, уларҙың ҡылынған ваҡыты һәм урынына ҡарамай, тәүлек әйләнәһенә бөтә эске эштәр бүлегендә ҡабул ителә.
РФ Енәйәти-процессуаль Кодексының 144-се статьяһының 4-се бүлегенә ярашлы, мөрәжәғәт итеүсегә ҡабул итеүсенең исем-шәрифе, вазифаһы, ҡабул итеү ваҡыты күрһәтелгән документ (талон-белдереү) тапшырыла.Яҙма йәки телдән ғариза ҡабул ителгәндән һуң 3 (айырым осраҡта 10) тәүлек эсендә, эске эштәр бүлеге түбәндәге ҡарарҙарҙың береһен ҡабул итергә тейеш:
енәйәт тураһында ғариза (хәбәр) буйынса:
  • енәйәт эше асыу йәки уны асыуҙан баш тартыу;
  • тикшереү, йәки суд ҡарамағына тапшырыу:
  • административ хоҡуҡ боҙоу тураһында ғариза (хәбәр) буйынса:
    • административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатыу йәки унан баш тартыуҙы белдергән күрһәтмә сығарыу йәки ведомство буйынса ҡарарға тапшырыу тураһында;
    • ваҡиға тураһында ғариза (хәбәр) буйынса:
      • махсус номенклатура эше материалдарына ҡушыу тураһында (енәйәт ҡылыу һәм административ хоҡуҡ боҙоу билдәләре булмаған осраҡта).
      • Ҡабул ителгән ҡарар хаҡында мөрәжәғәт итеүсегә хәбәр еткерелә.
        РФ Енәйәти-процессуаль кодексының 123,124,125-се статьяларына ярашлы, мөрәжәғәт итеүсе үҙ ғаризаһы (хәбәре) буйынса ҡабул ителгән ҡарар менән риза булмаһа, осраҡта тикшереү органы етәксеһенә, прокурорға йәки судҡа ялыу (яҙма) менән бара ала.
        Дауамын гәзиттең киләһе һандарында уҡығыҙ.
        Читайте нас: