Был фото беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле. Унда һеҙ ҡайнымдың ағаһы Әғзәм Абзал улы Үҙәнбаевты күрәһегеҙ.
Ул 1921 йылда Нәҙербикә менән Абзал Үҙәнбаевтар ғаиләһендә тәүге бала булып Шәрип ауылында донъяға килгән. 1940 йылда Мәскәү ҡалаһына электр станцияһы төҙөлөшөнә ебәрелгән. Бер йылдан тыуған ауылына ҡайтып, ауылдың сибәре Ғәрифә Йәрмөхәмәтоваға өйләнгән. Улар ике аҙна ғына бергә йәшәп ҡала, Әғзәм Абзал улы һуғыштың тәүге көндәренән фронтҡа алына. 1943 йылда Украинала барған ҡаты һуғышта Днепр йылғаһын сыҡҡанда һәләк булған.
Фотоһүрәтен һылыуы Заһира Аҡбашева һандыҡ төбөндә ҡәҙерләп кенә һаҡлай, ҡулына йыш ала, йәш саҡтарҙы уйлап, һағышҡа бирелә ине. Былтыр инәй гүр эйәһе булды. Ҡыҙы Зөлфирә Ғәлинурова быға тиклем бер ҡайҙа ла күҙгә салынмаған фронтовик олатайыбыҙҙың фотоһын табып ала. Беҙ уны бик йыш ҡулға алабыҙ, уның менән ғорурланабыҙ. Тыныс күк йөҙө, бәхетле киләсәк бүләк иткән яугирҙәр алдында баш эйәбеҙ.
Бөйөк Ватан һуғышына Шәрип ауылынан 81 һалдат оҙатыла, шуларҙың 36-һы әйләнеп ҡайта, илебеҙҙе һаҡлап 45 һалдат мәңгелеккә яу ҡырында ятып ҡала...