Яҙ йылыта башлау менән ҡар аҫтындағы бар бысраҡ өҫкә ҡалҡа, ғәмәлдә, был - ошонда йәшәгән кешеләрҙең көҙгөһө. Подъездарҙа ла шул уҡ хәл...
Йыл һайын ремонт көтәбеҙ, власты әрләйбеҙ. Ә ремонттан һуң күп тә үтмәй... Тағы кемдәндер ғәйеп эҙләйбеҙ, ә бит мәсьәлә сиселеше ябай ғына - вайымһыҙлыҡты ташлап, йәшәгән ерҙе яратырға, барын һаҡларға кәрәк. Иң беренсе, үҙеңдән башла. Эш боҙған күрше малайы янынан да битараф уҙма, күрше-тирәңә лә иғтибарлыраҡ бул. Оҙаҡламай төҙөкләндереү эштәре башлана. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та белдерҙе. Ул подъездарҙы төҙөкләндереүгә ҡағыла.
"2020 йылға иҫәпләнгән программа буйынса подъездарҙы ремонтлай башлайбыҙ. Алда ҙур бурыс тора – 1 сентябргә подъездарҙы былтырғыға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк тапшырыу. Бер йыл эсендә 1151 йорттағы 3382 подъезды тәртипкә килтерәсәкбеҙ. Уҙған осорҙағы хаталарҙы иҫәпкә алдыҡ, подрядсылар бөтә эш күләмен ете айҙа башҡарыр, тип күҙаллайбыҙ. Уҙған миҙгелдә был эшкә 14 ай талап ителгәйне. Бынан тыш, 2020 йылда ремонтҡа килешеүҙәрҙе бер айға алдараҡ төҙөнөк. Торлаҡ хужалары менән мәсьәләләрҙе тикшереү, фекер алышыу төп талабым булып ҡала. Эш бөтә ерҙә лә уларҙың хуплауы менән башлана. Подъезды ҡабул итеп алыуҙа ла улар ҡатнашырға тейеш. Юғиһә подрядсыларға түләү тураһында һүҙ булыуы ла мөмкин түгел".