Эпидемиология тикшеренеүе мәғлүмәте буйынса ауырыуҙар һуңғы ике аҙнала коронавирус инфекцияһы таралған илдәрҙә булған. Сит илдән ҡайтҡан һәр кеше үҙ аллы карантин ойошторорға бурыслы. Шулай итеп, яҡындарыңды ла һаҡлайһың, енәйәт яуаплылығынан да ҡотолоп ҡалаһың. Тикшереү көсәйтелә, ләкин мәжбүри сараларҙы көтөргә түгел, һаҡланырға кәрәк. Бер тапҡыр ҡуллана торған битлек, бирсәткәләрҙе ташлау мотлаҡ, яңылыш та ауыҙ, танау, күҙҙәргә ҡағылырға ярамай. Ҡулдарҙы һабынлап даими йыуыу зарур. Хоҙай ҙа "һаҡланғанды һаҡлармын тигән", тиҙәр...