ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
27 Март 2020, 14:30

Өҫтәлмә каникул көтөлә

Рәсәй Башлығы коронавирус инфекцияһына бәйле Рәсәй халҡына мөрәжәт итте.

Рәсәй Башлығы коронавирус инфекцияһына бәйле Рәсәй халҡына мөрәжәт итте. Килеп тыуған киҫкен хәлгә сәбәпле, киләһе аҙна тотош илдә ял тип иғлан ителде. Бындай аҙымға барыуҙың төп маҡсаты - сирҙең таралыуын мөмкин тиклем нығыраҡ сикләү. Өҫтәлмә каникул һаулыҡ һаҡлау, транспорт өлкәһенә, финанс ойошмаларға һәм дәүләт власы органдарына ҡағылмай.
Ялда булған граждандарҙың хеҙмәт хаҡы, дәүләт ярҙамына мохтаждар өсөн дә барлыҡ түләүҙәр ҙә һаҡланасаҡ. Айырым категорияға ҡарағандарға уларҙы арттырыу кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.
Ауырыу сәбәпле эшләй алмағандарға түләү (больничный) бер минималь хеҙмәт хаҡынан кәм булмаған күләмдә түләнергә тейеш. Ипотека һәм кредит түләүселәрҙең килеме 30 проценттан кәмегән осраҡта, каникул биреү, уларға ҡарата штраф санкцияларын ҡулланмау, эшһеҙлек пособиеһын 8 меңдән 12130 һумға тиклем арттырыу, әсәлек капиталына хоҡуҡлы ғаиләләрҙәге 3 йәшкә тиклемге һәр балаға, алдағы өс айҙа, апрелдән башлап 5 мең һум өҫтәмә пособие түләү кеүек мөһим саралар күреләсәк.
«Европа илдәрендә, океан аръяғында барған хәлдәр беҙгә ҡағылмаҫ, тип уйлау дөрөҫ түгел. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы хәстәрләгеҙ. Иң мөһиме - ошо киҫкен осорҙа әүҙемлек күрһәтмәү, өйҙә ҡалыу”,- тине Владимир Путин үҙ мөрәжәғәтендә һәм халыҡты барлыҡ һаҡлыҡ сараларын күрергә саҡырҙы.
Ил Башлығы ял көндәре хаҡындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Рәсәй халҡы 9 көн эшкә сыҡмаясаҡ. Дауаханалар, аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш тауарҙары магазиндары, дарыуханалар, банк, финанс ойошмалар, транспорт өлкәһе ғәҙәти режимда эшләйәсәк.
Йәмғиәткә хәүеф янаған осорҙа барлыҡ мөһим саралар кисектерелергә тейеш. Владимир Путин Конституцияға үҙгәрештәр индереү көнөн билдәһеҙ ваҡытҡа күсерҙе.
«Беҙ берҙәм булһаҡ, һәр кемдән талап ителгәнде еренә еткереп башҡарһаҡ, барыһы ла яҡшы буласаҡ», - тине Президент.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһы таралыуын кәметеү маҡсатында өҫтәмә сараларҙы раҫланы. Улар 26 марттан ғәмәлгә инә. Указға ярашлы, сит илдәрҙән ҡайтҡан граждандар 14 көн дауамында өйҙә ҡалырға тейеш. Аҙыҡ-түлек, дарыу, көнкүреш тауарҙары һатып алыу маҡсатынан тыш урамға, йәмәғәт урындарына, эшкә, уҡыуға йөрөү тыйыла.
1 апрелгә тиклем өҫтәлмә белем биреү учреждениелары эшмәкәрлеге туҡтатыла, 2 апрелдән улар дистанцион уҡытыуға күсергә бурыслы.
Республиканың барлыҡ район һәм ҡалаларында күңел асыу, спорт һәм мәҙәни ойошмалар, бассейн, фитнес залдар ябыла.
Йәмәғәт туҡланыу урындарында 50 кешенән артыҡ кеше йыймай, аҡса күсереү мәсьәләһен ҡулаҡсаһыҙ башҡарыуға өҫтөнлөк бирелә.
Мәғариф министрлығына дистанцион уҡытыу осоронда бушлай туҡланған балаларға аҙыҡ-түлекте таратыу, һаулыҡ һаҡлау министрлығына йоғошло ауырыуҙар менән эшләгән табиптарҙы һаҡланыу саралары менән тәьмин итеү бурысы йөкмәтелде.
Читайте нас: