Һаҡлыҡ сараларын инҡар итмә, ваҡытынан алда "тамуҡ" утында янғың килмәһә - Италияла коронавирустан үлгәндәрҙе яндырып өлгөрмәйҙәр икән.(ВК-ла видео)
Урамда осрағандарҙың күпселеге битлекһеҙ - әллә ҡайҙағы коронавирус, тыйыуҙар миңә ҡағылмай. Әлегә улар шулай уйлай. Дөрөҫ битлектә йөрөгәндәр
ҙә осрай. Мин "һатыуҙа битлек юҡ" тип аптырайым, ә бына бер апай үҙенә оҡшаған төҫтән тегеп кейгән - АФАРИН! Интернетта был мәсьәлә буйынса кәсеп асҡандар ҙа бар икән. Урта йәштәрҙәге ир-егет тә аптырамаған - сәнәғәттә ҡулланылған битлек кейгән - шәп бит. Тағы бер проблема: беҙ аралашмай тора алмайбыҙ. Ял көнө бит, өс әхирәт бергә битлекһеҙ генә аҙыҡ-түлек алырға сыҡҡан, ышанһаң-ышанмаһаң да запасһыҙ ҙа булмай. Үҫмерҙәр ҙә осрашмай түҙмәй, береһендә лә битлек юҡ, әммә ныҡ ҡоралланға береһе - ҡулында противогаз. Уны алмашлап кейәләрме икән...
Хөрмәтле яҡташтар, әммә сир шаяртмай, үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлайыҡ әле. Сибайҙағы хәл менән танышһығыҙҙыр, беҙҙә лә ситтән килеп һатыусылар етерлек. Ил етәкселеге күрһәтмәләрен инҡар итмәйек. Аллаһ тәғәлә бушҡа бирмәгәндер был һынауҙы, сикләүҙәрҙе үтәп, һәр кем үҙенең йәшәү рәүеше, тәртибе тураһында уйланырға тейештер.
Рәсәйҙә дөйөм туҡланыу ойошмалары 9 көнгә ябыла. Хөкүмәт премьер-министры Михаил Мишустин шундай бойороҡ бирҙе.
Сикләүҙәр 28 марттан 5 апрелгә тиклем ғәмәлдә. Дистанцион сауҙа ғына рөхсәт ителә.
Уның тексында Рәсәй Федерацияһы субъекттарының башҡарма власть органдарына 2020 йылдың 28 мартынан 1 июнгә тиклем федераль, төбәк һәм урындағы әһәмиәттәге курорттарҙа урынлашҡан тау саңғыһы трассалары, күмәкләп ял итеү объекттары эшмәкәрлеген туҡтатырға тәҡдим ителде.
Граждандарға туризм һәм ял итеү менән бәйле сәфәргә сыҡмаҫҡа кәңәш бирелде.