“Көнгәк” гәзитенең 17 мартта сыҡҡан 22-се һанындағы Лена Абдрахманованың “Кемдәр концертҡа йөрөй?” исемле мәҡәләһен уҡығас, ҡулыма ҡәләм алдым. Ундағы фекерҙәр минең күңелде лә күптән өйкәй ине.
21 ғинуарҙа ҡала мәҙәниәт һарайына Диана Ишниязованың концертына барғайныҡ. Сара бик матур булды, әммә унан төрлө уйҙарға бирелеп ҡайттым. Билеттың контроль чегында артистың фамилияһы дөрөҫ күрһәтелмәгән - Ишниярова тип яҙылған. Залдың яртыһынан күберәк өлөшө буш булыуы ла күңелде ҡырҙы.
Шуға ҡарамаҫтан, алып барыусылар Илнур Һибәтуллин, Зөлфиә Әхмәтова тамашасыға ихлас рәхмәт әйтте. Диана Ишниязова беренсе йырында уҡ башҡарыу оҫталығы, үҙенсәлекле моңо, үҙен тотошо менән күңелде яулап алды. Республиканың билдәле йырсылары Рөстәм Шаһыбалов, Салауат Мөхәмәтйәновтың башҡорт халыҡ һәм эстрада йырҙары ла алҡыштарға күмелде. Ғөмүмән, алты кешенән торған концерт программаһы бик йөкмәткеле ине. Артистар сығышында саҡ ҡына ла “халтура” күренмәне. Киреһенсә, улар бөтә күңелен биреп йырланы. Аяғүрә баҫып, ҡул сабып хушлашыуынан тамашасының концерттан бик ҡәнәғәт ҡалыуын аңларға була ине.
Тик шунда уҡ һорау тыуа: ни эшләп шундай матур концертҡа кеше бик аҙ килгән? Ниңә халҡыбыҙҙың йыр-моңона шул тиклем вайымһыҙбыҙ?
Эйе, хәҙер башҡортса тамашаларға халыҡ элеккесә ағылып килмәй. Бының өсөн икенсе шарттар, икенсе алымдар талап ителә. Үрҙә атап кителгән мәҡәләлә әйтелгәнсә, беренсе сәбәп, әлбиттә, реклама етмәүендә. Был концерттың да “Мөхәббәт миҙгелдәре” тип аталған афишаһы, ташҡа үлсәйем, А4 форматындағы ҡағыҙ киҫәге генә ине. Уны ҡайҙа, кем күрҙе? Социаль селтәрҙәрҙә, бәлки, булғандыр. Тик тамашасының күбеһе кеүек мин үҙем дә бындай иғландарҙы интернеттан эҙләмәйем. Беҙҙең ҡала мәҙәниәт һарайын күрше республиканың сәхнә йондоҙҙары яулап алған тиһәң, бер ҙә арттырыу булмаҫ. Диана Ишниязова килгән осорҙа мәҙәниәт һарайы фасадында Филүс Ҡаһировтың фотоһүрәте менән 5-6 метрлыҡ иғлан эленгәйне. Зифа Нагаева, Эльмира Сөләймәнова, Ләйлә, Рөстәм Ғәлиевтар, Айҙар Ғәлимов һәм башҡаларҙың концерттары тураһында ла шундай реклама-иғландар булды. Беләм, быларҙың береһе лә бушҡа башҡарылмай.
Шуныһы ла ғәжәпләндерә: ниңә беҙҙең ҡунаҡтарҙың билеты 450-500 һум, ә башҡорт артистары 300-350 һумға ғына сығыш яһай. Ошо хаҡта әйтергә тип, билетта күрһәтелгән номер буйынса филармонияға шылтыратҡайным, яуап биреүсе булманы. Ғәмһеҙлектең башы уларҙа бит. Был мәсьәләне республиканың Мәҙәниәт министрлығы кимәлендә көйләү кәрәктер, тип уйлайым.
Башҡортса концерттарға, спектаклдәргә тамашасы йыйыу йүнәлешендә урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә эш алып бара ала. Уларҙың эшмәкәрлеге тап ошо туған телебеҙҙәге концерттарҙы, спектаклдәрҙе таратыуға, халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәтен, бай тарихын, телен һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән түгеме ни? Киң мәғлүмәт сараларының да әһәмиәте ҙур. Был уңайҙан “Көнгәк” гәзитенә лә әйтер һүҙем бар. Быйыл йыл башынан концерт тураһында ни бары Тимур Рамазанов хаҡында ғына реклама бар, өс һанда. “Туған моңдан айырылырға яҙмаһын” тигән баш аҫтында уның интервьюһы (17 ғинуар 5-се һан) бик матур бирелгән. Тағы Стәрлетамаҡтан “Ҡоҙаса күңел аса”ға реклама бар (25 февраль 16-сы һан). Шуның менән бөттө. Ошо уҡ осорҙа “Путь Октября” шундай рекламаны һигеҙҙе биргән. Уларҙың күбеһе, әлбиттә, күрше республика артистарыныҡы.
Үрҙә атап кителгән мәҡәлә авторының, редакцияға концертҡа бер аҙна ҡалғас киләләр, тип әйтеүе менән дә килешеп бөтмәйем. Гәзиткә инициативаны үҙенә алырға кәрәктер, бәлки. Бына Диана Ишниязованы алайыҡ. Ул Калиниград ҡалаһында тыуып үҫкән, атаһы хәрби-диңгеҙ флоты офицеры булараҡ ғаиләһе менән шунда йәшәгән. Отставкаға сыҡҡас ҡына, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтҡандар. Башҡортса һөйләшә лә белмәгән Диана музыка училищеһында уҡый, аҙаҡ Өфөлә сәнғәт институтын тамамлай. Һөҙөмтәлә ул туған телендә йырлап ҡына ҡалмай, ә ижад итә башлай. Ун йыл тирәһе элек уның Мәләүездәге тәүге концертына ла барғайным. Сәхнәлә үҙен иркен тотошо, башҡарыу оҫталығы менән башҡорт эстрадаһында заманса үҙгәреш индереүен тойғайным. Йырсының Башҡортостан, Өфө, мөхәббәт тураһындағы йырҙары бигерәк тә йәштәрҙең күңелен яулауы билдәле. Концерт алдынан “Көнгәк” гәзите ошолар хаҡында интервью бирһә, тамашасы күберәк йыйылыр ине, тип уйлайым.