Райондың ҡайһы бер ауыл хужалыҡтары ошо көндәрҙә яҙғы миҙгел эштәрен башланы. Салауат исемендәге кооперативта дымдан һурыҡҡан яландарҙа үҙйөрөшлө һиптергес техника ҡулланып, ужым баҫыуҙарын туҡландырыу, орлоҡтарҙы ағыулау үткәрелә. Үрҙә телгә алынған, шулай уҡ «Ашҡаҙар», «Иҙел» агрофирмаһы, «Дружба» кеүек ҙур предприятиеларҙа яҙғы сәсеүгә техника әҙерлеге тикшерелде, сиратта - фермер хужалыҡтары.