Иштуған ауылынан "Ҡатын-ҡыҙ сере" клубы етәксеһе Людмила Баязитова "Тәҙрә төбөндә сәскәләр" конкурсы иғлан иткәйне, унда теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Ауыл халҡы ихлас ҡушылды - күҙҙең яуын алған бүлмә гөлдәре менән хаттар ағымы туҡтарға ла уйламай. Ҡул эштәре оҫтаһы Зөлфиә Хөснөтдинованың мәрйендән, ә Зифа Таймаҫованың иҫ киткес сәскәләренең фотолары күҙҙе иркәләй. Уларҙы түбәндәге һылтанма буйынса инеп ҡарай алаһығыҙ: https://vk.com/club34846590?w=wall-34846590_1204%2Fall