ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
6 Апрель 2020, 17:09

Төп маҡсат - йәшәү шарттарын яҡшыртыу

Республика Башлығы Радий Хәбиров халыҡтың көнкүрешенә, йәшәйеш өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бүлә.Кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға, уңайлы мөхит булдырыуға булышлыҡ иткән байтаҡ программалар бойомға ашырыла. Был юҫыҡта беҙҙең районда ла күләмле эштәр алып барыла. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына ҡараған мәсьәләләр иғтибарҙан ситтә ҡалмай, уларҙың сиселешен етәкселек күҙ уңында тота.

Республика Башлығы Радий Хәбиров халыҡтың көнкүрешенә, йәшәйеш өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуға ҙур иғтибар бүлә.
Кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға, уңайлы мөхит булдырыуға булышлыҡ иткән байтаҡ программалар бойомға ашырыла. Был юҫыҡта беҙҙең районда ла күләмле эштәр алып барыла. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тармағына ҡараған мәсьәләләр иғтибарҙан ситтә ҡалмай, уларҙың сиселешен етәкселек күҙ уңында тота.
Мөһим проекттар ғәмәлгә ашырыла
«Башҡортостан Республикаһының транспорт системаһын үҫтереү» дәүләт программаһына ярашлы, юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында, балалар баҡсалары һәм мәктәптәр янына юл билдәләре, светофорҙар урынлаштырылған. Ҡалала ғына түгел, ауылдарҙағы белем биреү учреждениелары ла юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге саралары менән тәьмин ителгән.
«Тыуған урам» республика программаһы сиктәрендә Нордовка ауылының Ашҡаҙар, Ужа ауылының Үҙәк урамына, шулай уҡ Антоновка һәм Ҡыҙрай ауылдарына ингән юлға асфальт һалынған. Тамъян һәм Ташлыкүл ауылдарының яңы урамдарына ҡырсын түшәлгән.
Юл хәүефһеҙлеген арттырыу маҡсатында ҡала ситендәге автомобиль юлына яҡтыртыу ҡоролмалары урынлаштырылған. Был бигерәк тә Туғайлы һәм Йәштәр биҫтәләре халҡы өсөн уңайлы.
Самойловка һәм Ташлыкүл ауылдарының яңы урамдарында һыу, газ, яҡтылыҡ үткәреү һәм юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре ҡарала. Башҡарыласаҡ эштәр проекты ғәмәлгә ашһа, дәүләт ҡаҙнаһынан районға субсидия бүленәсәк.
Башавтотранс йәмғиәтенең Мәләүез филиалы республика Хөкүмәте ярҙамы менән 25 заманса автобус алыуға өлгәште. Бөгөн улар район һәм ҡала халҡын хеҙмәтләндерә.
Шулай уҡ муниципаль ойошмалар өсөн техника һатып алынды, һепереү, туҙан йыйыу өсөн тәғәйенләнгән машина ҡала урамдарын тәртиптә тоторға ярҙам итә.
Торлаҡ шарттарын яҡшыртыла
Граждандарҙың йәшәү шарттарын яҡшыртыу, уларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса районда байтаҡ эш башҡарыла. Йәш ғаиләләргә, шул иҫәптән ауыл ерендәге йәш белгестәргә ярҙам күрһәтелә.
2015-2020 йылдарға иҫәпләнгән «Граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү” дәүләт программаһы сиктәрендә райондың йәш ғаиләләренә йорт һатып алыу өсөн социаль ярҙам күрһәтелгән. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булғандар ҙа иғтибарһыҙ ҡалмаған. Уҙған йылда «Ауылды үҫтереү» программаһы сиктәрендә 9 ғаилә йорт һатып алыу һәм төҙөү өсөн аҡсалата ярҙам алған. Был йүнәлештә эш киләсәктә лә дауам итәсәк.
Йәш ғаиләләр ярҙам ала
«Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү» законына ярашлы районда айырым категорияға ҡараған граждандарға торлаҡ төҙөү өсөн урын бүленә. Уҙған йылда ул 140 иҫәптә торған ғаиләгә бирелгән. Яҡын киләсәктә ошондай ярҙамды айырым категорияға ҡараған 114 граждан аласаҡ.
Урамдар яҡтыртыла
Урамдағы яҡтылыҡ ҡоролмаларын капиталь ремонтлау программаһына ярашлы 15 ауыл биләмәһендә һәм ҡалала бөтәһе 496 лампа алмаштырылған.
Киләсәктә был эш дауам итеп, 10 ауылда барлығы 104 - һен алмаштырыу планлаштырыла, 326 дана өҫтәп ҡуйыласаҡ.
Читайте нас: