Бөгөнгө еңел булмаған осорҙа үҙ ирке менән мохтаждарға ярҙам иткән мәрхәмәтле кешеләр бар. Улар коронавирус инфекцияһына бәйле хәүефле осорҙа үҙ аллы изоляцияла булған граждандарҙы, өлкән йәштәгеләрҙе, сирлеләрҙе, йәш балалы әсәйҙәрҙе аҙыҡ-түлек, көнкүреш кәрәк-ярағы, дарыуҙар менән тәьмин итә. Республика Башлығы Радий Хәбиров урындарҙа был эште муниципалитет етәкселәренә ойошторорға ҡушты. Мохтаждарҙы тормош кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итеүҙе үҙ өҫтөнә алған спонсорҙар ҙа байтаҡ.