Йүнсел йүнен табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр, тигән һүҙҙәрҙең мәғәнәһе бер ҡасан да иҫкермәй. Заман ауырлығына, эш юҡлыҡҡа зарланып ултырыуҙан файҙа юҡ, һәр кем аҡса табыу юлдарын үҙе эҙләргә, булдырырға тейеш, тигән фекерҙә Эдуард Исмәғилев.
Әйтеү генә еңел, тиер күптәр, был юлдарҙы уҡығас. Тотоп ҡына кәсеп табыу, эшҡыуар булып китеү рәхәт түгел, әллә отаһың, әллә отолаһың бит әле ул бизнеста, тип килешмәүселәр, икеләнеүселәр ҙә табылыр. Ниндәй өлкә ул эшҡыуарлыҡ? Унда үҙ урыныңды табыр өсөн ниндәй сифаттарға эйә булырға кәрәк һуң? Ошо һорауҙарға яуап эҙләгәндә, ҡалабыҙҙың йәш, әммә тырыш һәм маҡсатлы эшҡыуарҙарының береһе Эдуард Исмәғилевтың тормош юлына байҡау яһаныҡ.
Ул Мәләүездә Миңзилә һәм Наил Исмәғилевтар ғаиләһендә тыуған. Ҡаланың Кинйә Арыҫланов исемендәге башҡорт гимназияһында, Өфө дәүләт сервис институтында уҡыған. Һөнәре буйынса иҡтисадсы. Хеҙмәт юлын баш ҡалала, биналарҙы хеҙмәтләндереү өлкәһендә техник булып башлай. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, Мәләүезгә ҡайтып, бухгалтер булып урынлаша. Күпселек ир-егеттәр кеүек уға себер тарафтарында ла эшләп алырға тура килә.
Төрлө өлкәләрҙә үҙен һынап ҡарап, маҡсатына табан барғандар тормошта үҙ тәғәйенләнешен эҙләй һәм таба.
Эдуард менән дә шулай була. Ниндәйҙер кәсеп булдырыу уйы уға хеҙмәт юлын башлағанда уҡ тынғылыҡ бирмәй. Башта хыял, теләк кенә булып тыуғаны тора-бара ныҡлы маҡсатҡа әйләнә һәм ул тәүәкәлләп, бизнесҡа табан тәүге аҙымдар яһай. Ҡаланың эшҡыуарҙар үҙәгендә ойоштороу эштәре алып бара, тап шул саҡта үҙе лә күп нәмәгә өйрәнә. Был да ваҡытлыса ғына икәнен яҡшы аңлай йәш кеше, сөнки ул үҙен етештереүсе итеп күрә. Ябай һүҙҙәр менән әйткәндә, ҡулға тотоп ҡарарлыҡ тауар булдырғыһы килә йүнселдең.
2019 йылда ул евробалаҫтар етештереү эшен башлай. Бөгөн Эдуардтың үҙ цехы бар. Автомобиль өсөн тәғәйенләнгән балаҫтарҙың үлсәмен үҙе һыҙа, улар һәр машинаға айырым тегелә. Был эштә уға атаһы төп ярҙамсы. Тауар өй, офис, мунса, сауналар өсөн дә етештерелә.
Конкурентлыҡ көслө заманда етештергәнеңде һатыу юлдарын да таба белерә кәрәк бит әле. Эшҡыуарға был осраҡта интернет ярҙамға килә, шулай уҡ уның даими һатып алыусылары ла бар. Мәләүездәр генә түгел, сифатлы тауарға башҡа ҡалаларҙан да заказ бирәләр.
Киләсәктә ул ошо эшмәкәрлеген үҫтерергә, камиллаштырырға теләй.
Юҡ ҡына эшен дә бар итеп күрһәтеп, һәр ваҡыт алғы һыҙыҡҡа атлыҡҡандар ҙа бар арабыҙҙа, ә Эдуард менән әңгәмәләшкән саҡта, уның иплелегенә, тыйнаҡлығына һоҡландым. Үҙе хаҡында әллә ни һөйләп бармаһа ла, мин уны төрлө яҡлап астым.
Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ул дин юлындағы кеше, биш намаҙын ҡалдырмай. Ир кеше ғаиләһен мохтажлыҡта йәшәтергә тейеш түгел, ул аҡса табырға бурыслы, тип ең һыҙғанып, эшҡыуарлыҡҡа тотонғандар рәтендә булһа ла, байлыҡҡа артыҡ әһәмиәт бирмәй, барына шөкөр итеп йәшәй белә. Донъя ҡыуыу ҙа уның өсөн бөтөнләй ят күренеш. Хәләле Нурсилә менән Мөхәммәдрәхим исемле ул тәрбиәләйҙәр. Уны ирекле шәхес итеп үҫтерергә теләй атай кеше. Һәм, моғайын, ул улын үҙе кеүек үк тырыш һәм булдыҡлы итеп күрергә теләйҙер.
Эшеңде асып, бизнесмен булып китеү өсөн уңған булырға һәм сәмләнеп эшләргә, теге йәки был кәсепкә тотонғанда, аҡса, байлыҡ тураһында түгел, тәү сиратта, үҫеш хаҡында уйларға кәрәк, тигән ныҡлы фекере бар Эдуард Наил улының.
Һәр нәмәгә ҡарата төплө фекере, ныҡлы ҡарашы булған замандаштың ҡыҙыҡһыныуҙары, шөғөлдәре лә юҡ түгел. Спорт менән дуҫ ул, бокс менән мауыға. Алдынғы ҡарашлы, тәрән фекерле кешеләр менән аралашырға ярата.
Тормош мәшәҡәтенән арынып, ял иткән саҡтарында ғаиләһенә иғтибар бүлеүҙе, йәйәү йөрөүҙе өҫтөн күрә. «Эшкә бирелеп, әйләнә-тирәһенә иғтибар ҙа итмәй йәшәп алған сағы була кешенең. Донъя матурлығына һоҡланып, тирә-яҡты күҙәтеп, йәйәү йөрөгән саҡта уйҙар тәртипкә килә, күп нәмәгә ҡараш үҙгәрә”, - ти йәш йүнсел.
Томоштоң матди яғына ҡарата уның фекерен бығаса ишеткәнем булһа ла, бары тик үҙенә ышанып, хәләл көс менән аҡса тапҡан йүнсел замандашыма, бай булыу өсөн күпме аҡса кәрәк, тигән һорауымды бирҙем.
«Көрәп аҡса табып та, үҙен фәҡиргә һанағандар, бәхетле булып та, шуны күрмәгән, аңламағандар, иректә йәшәп