Ҡояш нурҙары саҡ ҡына йылытыу менән баҡса күҙгә күренеп үҙгәрә. Кисә генә йоҡлаған бөрөләр асыла, сәскәләр морон төртә башлай. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ағас-үҫентеләр менән бергә бөжәктәр ҙә уяна. Иртә яҙ – улар менән көрәшеү өсөн иң уңайлы мәл. Тап ошо ваҡытта баҡсаны төрлө дарыу менән эшкәртеп ҡалырға кәрәк. Улар ауырыуҙарҙы һәм бөжәктәрҙе таралмаҫ борон юҡ итергә ярҙам итер.
Тәү сиртта, һәр ағасты ентекләп ҡарап сығырға кәрәк:
Ҡарт ағастарҙың олонон шпатель йә тимер щетка менән таҙартып сығығыҙ, ҡайыр аҫтында бөжәктәр ҡышлай, унан йомортҡа һала башлай. Емеш ҡыуаҡтарының ботаҡтарын һәм бөрөләрен тикшерегеҙ. Уларға эҫе һыу ҡойорға кәрәклеге тураһында беләһегеҙ инде. Бөжәктәр ҡышлаған урындарҙы таҙартып сығығыҙ: былтырғы япраҡ, олондарҙағы тишек-тошоҡ, кипкән ботаҡтар – быларҙың барыһы ла уларҙың йомортҡа һала торған ҡыуышы. Иң шәп ысул – яндырыу. Ағас һәм ҡыуаҡтарҙы киҫергә ваҡыт. Тәү сиратта, эскә ҡарай үҫкән ботаҡтарҙы алығыҙ, ҡамасаулағандарынан һәи иҫкеләренән ҡотолоғоҙ. Ҡояш нуры һәм ел ботаҡ араһынан еңел үтергә тейеш. Ағастарҙың һаулығын һаҡлар өсөн эзбиз менән аҡлап сығығыҙ. Был ысул ағастарҙың олонон ҡояштан һаҡлаһа, икенсе яҡтан ҡайыр аҫтына бөжәктәрҙең ҡунаҡлауына ирек бирмәйәсәк. Быйыл мин эзбизгә дегет ҡушып ағас олондарын аҡланым. Дегеттең еҫе бөжәктәргә оҡшамай. Баҡсаны ҡоротҡостарҙан һаҡлауҙың тағы бер һәйбәт ысулы – дарыу һиптереү. Быны дүрт этапта эшләргә кәрәк. Тәүгеһенә мәл етте. Бөрөләр бүрткәс эште башларға кәрәк.
Икенсе этап - япраҡтар асылғас. Яңы сыҡҡан япраҡ - ҡоротҡостар өсөн иң тәмле аҙыҡ.
Өсөнсө этап – ҡыуаҡтар һәм ағастар сәскә атыр алдынан. Тик сәскә атты икән, дарыу һиптерергә ярамай. Ағыуы емештең уртаһында тороп ҡаласаҡ.
Дүртенсе этап – сәскә атҡандан һуң эшләнә. Алма ағасы баш бармаҡ тырнағы хәтлем, ҡарағат һәм крыжовник борсаҡ хәтлем булғас, дарыу һиптерегеҙ.
Ағастарҙы тулыһынса эшкәртергә кәрәк. Осонан алып, олононоң төбөнә тиклем! Бер ҙур ағасҡа 5 – 6 литр дарыу, ҡыуаҡҡа 1 – 1,5 литр дарыу сарыф ителә. Препараттарға килгәндә иһә ҡоротҡостарҙың күпселегенә ҡаршы көрәшкәнен алырға кәрәк. Ағыу буласаҡ уңышҡа насар тәьҫир итер, тип ҡурҡмағыҙ, уларҙың һәр береһенең үҫентеләрҙе һаҡлау ваҡыты сикләнгән.
Лилиә НУРЕТДИНОВА, Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса белгесе.