Ҡаланың үҙәк майҙанында ҙур сара бара. Алда - сәхнә, унда саҡырылған маҡтаулы ҡунаҡтар сығыш яһай. Һулда - үҙешмәкәр артистар үҙ сиратын тулҡынланып көтә. Сәхнә ҡаршыһында - төрлө йәштәге тамашасы. Иң алдан кескәйҙәр, коляска менән йәш әсәйҙәр урын алған, шунан - өлкәндәр, арттараҡ - йәштәр.
- Журналист кеше әрһеҙ була ул, иң алдан сығып, ваҡиға уртаһында йөрөргә, халыҡтан байрамға ҡарата фекерҙәрен, тәьҫораттарын яҙып алырға ла, фотоға төшөрөргә лә өлгөрөргә тейеш, - тип бер танышым, ситтән генә фотоға төшөрөп тороуымды тәнҡитләп алды. Бөтә ҡыйыулығымды йыйып, алғараҡ үтеп, бер нисә фото төшөрҙөм дә яңынан ситкә боҫтом.
Ошо ваҡиғанан һуң оҙаҡ та үтмәне, бер сарала элекке хеҙмәттәштәремдең береһе төптө икенсе яҡтан тәнҡитләне.
- Хәбәрселәр сарала бөтөнләй иғтибарҙы йәлеп итергә тейеш түгел. Байрам булһынмы, кәңәшмәме, “түңәрәк өҫтәл” ултырышымы - улар бөтөнләй күренмәҫкә, ситтә генә баҫып торорға, ваҡиға барышына ҡамасауламаҫҡа тейеш. Юғиһә, ҡайҙа килһәң дә, иң беренсе гәзит, телевидение хеҙмәткәрҙәрен күрергә тура килә. Минеңсә, журналист ситтән генә ҡарап, күҙенә нимә күренә, яҡшы күренешме йәки, киреһенсә, етешһеҙлекме, бөтәһен дә теҙеп яҙырға тейеш.
Алға үтеп, урын һорап йөрөй торған ғәҙәтем юҡ. Бөгөн дә иғтибар йәлеп итергә тырышманым буғай. Ике тәнҡитте лә өндәшмәй генә күңелем аша үткәрҙем. Йәшермәйем, уңайһыҙлыҡ кисереүҙән бергилке һөнәремдең кире яҡтарын эҙләп, төрлө кисереш солғанышында ҡалдым.
Күптән түгел Интернет селтәрендә бөтә кешегә лә ярап булмау тураһында кинәйәле хикәйә уҡып, үрҙә атап кителгән ике ваҡиғаны иҫләп көлөп ҡуйҙым.
Һөйләйем әле, гәзит уҡыусыларының күңеленә лә хуш килер тип уйлайым.
Йәйге эҫе көндә бер ир ишәккә ултырған да урамдан китеп бара икән. Бәләкәй улы ишәктең дилбегәһен тотоп, алдан атлай.
- Бахыр балаң арып бөткән, бәләкәй генә аяҡтары талған, ә һин үҙең рәхәтләнеп ишәккә атланғанһың. Балаңды ултыртһаң булмаймы ни?- тип әрләп киткән.
Теге үткенсе күҙҙән юғалыу менән атаһы ишәктән төшкән дә улын ишәккә атландырған.
Икенсе үткенсе быларҙы күреп тауыш күтәргән:
- Оят түгелме ни, һиңә, малай остоғо! Солтан һымаҡ ишәккә атланып алғанһың, ә атайың бахыр йәйәүләп бара!
Был юлы малай намыҫланып ишәктән һикереп төшкән. Атаһының да башҡа ишәккә ултырғыһы килмәгән. Икеһе ике яҡтан ишәкте етәкләп китеп барһалар, өсөнсө үткенсе уларҙы ахмаҡлыҡта ғәйепләп киткән:
- Ниңә һеҙҙең ишәгегеҙ бер нәмә лә эшләмәй? Берегеҙҙе булһа ла үҙенә атландырып, файҙа күрһәтһә була бит!
Өсөнсө үткенсенең һүҙенән һуң атаһы туҡтай ҙа улына:
- Күрҙеңме, улым? Нимә генә эшләһәк тә, беҙҙең менән килешмәгән, риза булмаған кеше табылды. Шуның өсөн, ҡолағыңа индереп ҡуй: беҙгә нисек сәйәхәт итергә үҙебеҙ хәл итергә тейеш!
Ҡайһы берҙә кеше кәңәшен тыңламай, үҙең нисек теләйһең, шулай дауам итеү яҡшыраҡ булғанын һеҙҙең дә тойғанығыҙ барҙыр. Шулаймы?