Һуғыш башланыу тураһындағы хәбәр йәшен тиҙлегендә бөтә яҡҡа тарала. 1941 йылдың 22 июнендә Дарьино ауылында халыҡ дәррәү митингҡа йыйыла. Көслө заттарҙың барыһы ла фронттҡа барыу теләге белдерә. Барыһы ла аңлай: немец илбаҫарҙарын еребеҙҙән ҡыуыу ауыр буласаҡ, әммә бер нәмәгә ҡарамай дошманды тар-мар итеүгә һәр кемдең өлөш индереүе мөһим. Шул уҡ көндө 180 ир-ат яу яланына оҙатыла.
Ауыл биләмәһендә булған транспорттың барыһы ла (ике машина, өс трактор) фронтҡа ебәрелә. Уларҙың икәүһенә Партизан ауыл биләмәһенән Иван Поворотов менән Борис Посадский ултыра. Үкенескә ҡаршы, икеһе лә тыуған ауылдарына әйләнеп ҡайта алмай... батырҙарса һәләк булалар.
Тағы ла 100 ат оҙатыла, береһендә Мәләүезгә тиклем Роман Женин бара. Ауылдарҙа ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға ғына ҡала. Ауырлыҡтар уларҙың елкәһенә лә төшә: аслыҡ, юҡлыҡ, ҡайғы һәр кемдең башынан үтә. Шуға ҡарамаҫтан барыһы ла фиҙаҡәр хеҙмәте менән Еңеүҙе яҡынайтырға үҙ өлөшөн индерә.
Дүрт йыл барған һуғыш тамамлана. Ветерандар Еңеү яулап ҡайта башлай, әммә барыһы ла түгел... Партизан ауыл биләмәһенә ҡараған ете ауылдан 506 фронтҡа алына, шуларҙың 216-һына ғына иҫән-һау ҡайтырға насип була, ҡалған 290-ы ғүмерлеккә яу яланында ҡала.
Батырҙар онотолмай. Партизан ауыл биләмәһенең дүрт ауылында яугирҙәр хөрмәтенә һәйкәл ҡуйылған, һәләк булғандарҙың исемдәре мәңгелләштерелгән. Киләсәк быуын өсөн кәрәк был тарих.