"Башҡорт теле, милләт яҙмышы темаһын мин йөрәгемә яҡын ҡабул итәм. Шәхсән үҙемә ҡағыла һәм вайымһыҙ ҡала алмайым. Халыҡ-ара кимәлдә үткәрелеүен белгәс тә, ҡатнашырға уйлай инем. Балалар баҡсаһынан улымдың тәрбиәсеһе тәҡдим иткәс, үҙ көсөмдө һынап ҡарарға булдым. Флүрә Мурзина бик аңлайышлы уҡыны, хатам күп түгелдер, тип уйлайым.
Был - бик кәрәкле һәм әһәмиәтле акция. Ул телебеҙҙең баһаһын, бәҫен күтәрә. Бөтә донъя башҡорттарын берләштерә, һәм туған телебеҙҙе онотмасҡа ярҙам итә".