Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әлегә коронавирус таралыуҙың иң юғары нөктәһенә етмәгән. Хәл көндән-көн киҫкенләшә бара. Сирҙе йоҡторғандар һаны көн һайын арта. Инфекция таралыуҙың иң юғары нөктәһе - 7-8 майҙа, унан һуң түбәнәйер тип көтөлә.
Бөгөнгә дәүләт закондарын, табиптар һәм санитар-эпидемиология хеҙмәттәре талаптарын үтәү мотлаҡ. Ҡалала һаҡлыҡ саралары күрелә, учреждениеларҙа дезинфекция үткәрелә.