Уларҙың һәр береһе Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индерә, үҙ-үҙҙәрен аямай немец илбаҫарҙары менән алыша. Өйҙә ҡалған ҡарт-ҡоро ла, ҡатын-ҡыҙ ҙа, бала-саға ла эшкә егелә, фронтҡа ярҙам итә. Тарих онотолмай, яугирҙәрҙең исемдәре әле лә хәтерҙә... Арыҫлан ауылы старостаһы Ринат
Тәлғәт улы ХӘЙБУЛЛИН һөйләй:
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына беҙҙең халыҡ ла төплө әҙерләнде, әммә илдәге барған ваҡиғаға бәйле, сараларҙы, хата әһәмиәтлеләрен дә, ҙур итмәй, кешене күп йыймай ғына үткәрергә тура килә. Ошо көндәрҙә мәсет янында яҡташтарыбыҙ хөрмәтенә таҡтаташ астыҡ. Сығымды тулыһынса Арыҫлан ауылы биләмәһе үҙ өҫтөнә алды.
Атҡарып сыҡҡан изге эшебеҙ киләсәк быуын өсөн кәрәк, сөнки бында яуға киткән һәр ауылдашыбыҙҙың исеме уйып яҙылған.
Дауамын гёзиттең киләһе һанында уҡығыҙ.