Биш йыллыҡ һайын температура күтәрелә, был глобаль йылыныу өсөн хас. Әле үк кешенең вайымһыҙлығы сәбәпле янғындар яңы уянған тәбиғәтте юҡҡа сығара. Утһыҙ янырға әҙер эҫе йәйҙә айырыуса һаҡлыҡ сараларын күҙәтеү мотлаҡ.
Бынан алда Американың Океанды һәм атмосфераны тикшереү буйынса милли идаралығы ғалимдары 2020 йыл 75% ихтималлыҡ менән тарихта иң эҫеһе булыр, ә 99,9% ихтималлыҡ менән йылы буйынса рекордлы биш йыл иҫәбенә инер тип хәбәр иткәйне.
Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса, Башҡортостанда быйыл апрель ямғыр һәм көслө ел менән тамамлана. Ел көньяҡ-көнсығыштан талғын, көндөҙ киҫкен. Һауа температураһы төндә +3, +8, көндөҙ 11-16 градус була. Шаршамбы, 29 апрелдә, ямғыр, төндә урыны менән ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан, йүнәлешен төньяҡ-көнбайышҡа үҙгәртеүсән, тиҙлеге секундына 7-12 метр, урыны менән 18 метрға тиклем. Һауа температураһы төндә +1, +6, көндөҙ 6-11 градус була.