Мәләүез район-ара прокурор уға ҡарата енәйәт эше асты. Ул РФ енәйәт кодексының 161 статьяһы буйынса ғәйепләнә. Тикшереү буйынса, 2019 йылдың сентябрендә үҫмер төндә башына капрон ойоҡ кейеп тәүлек әйләнәһенә эшләгән магазиндарҙың береһенә инә һәм ауырыу балаларға аҡса йыйыу өсөн ҡуйылған өс мең һум менән йәшникте алып ҡаса.