Республика Башлығы Р.Ф.Хәбиров хәбәр итеүенсә, 9 май көнө мөһим ваҡиға буласаҡ. Был көндө Мәскәүҙән Рәсәй Геройы, легендар генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың "Алтын Йондоҙ"о Өфөгә һаҡлауға ҡайтарыла. Миҙалды аэропорттан ҡаршы алғас та уның менән ҡала урамдарынан тантаналы үтеп, артабан уны Милли музейға тапшырыу планлаштырыла. Был тарихи ваҡиғаны Башҡортостан юлдаш телевидениеһы аша тура эфирҙа ҡарау мөмкинлеге буласаҡ.