ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
8 Май 2020, 11:42

Яҡташтар ҡайтты

7 майҙа Өфө аэропортына Яҡут ерендә вахта ысулы менән эшләгәндәрҙе тейәгән тағы бер самолет ҡайтты.

7 майҙа Өфө аэропортына Яҡут ерендә вахта ысулы менән эшләгәндәрҙе тейәгән тағы бер самолет ҡайтты. «Якутия» авиакомпанияһының SYL-9232 Талакан –Өфө рейсын башҡарған самолеты Чаяндин ятҡылығында эшләүсе 133 яҡташыбыҙҙы тыуған яғына ҡайтарҙы. Һауа судноһы ергә төшкәс, бортта уҡ пассажирҙарға термометрия үткәрелде, унан һуң улар автобустарға күсеп ултырып, обсерваторға йүнәлтелде.
Читайте нас: