Район хужалыҡтары яҙҙың аяҙ тороуынан файҙаланып ҡалырға тырыша, ҡайһы бер хужалыҡтарҙа эш ике смена ойошторолған. Бөгөнгә орлоҡ сәселгән яландар тулыһынса дымға ҡаплатылған. Ужымды өҫтәмә туҡландырыу ҙа һуңғы гектарҙарҙа алып барыла.
Ауыл хужалығы бүлегенән алынған 12 майға алынған мәғлүмәткә ҡарағанда, район буйынса 56260 гектар майҙанда ярауай культураларҙан буласаҡ уңышҡа нигеҙ һалынған. Бойҙай - 15870, арпа - 13040, һоло - 1221, борсаҡ 1904 гектарҙа сәселгән. Мал аҙығы өсөн бер йыллыҡ үлән, кукуруз сәсеү дауам итә. 930 гектарҙа картуф ултыртылған.
“Иҫәнов” крәҫтиән фермер хужалығында ла ҡоро көндәрҙе бик оҫта файҙалана. Бөгөнгә бойҙай - 160, арпа - 150, һоло - 80, ҡарабойҙай 50 гектарҙа, мал аҙығына күп йыллыҡ үлән, донник, люцерна, ҡуҙаҡлы культуралар сәселгән. Көнбағыш сәсеүгә төшкәндәр.
Сәсеүлектә 16 механизатор эшләй. Йәмил Бикҡузин, Рәил Смаҡов, Илнур Иҫәнов, Илгиз Рыҫҡолов, Рәмзил Иҫәнов, Радик Әхмәтов иртә яҙҙан баҫыуҙа эш башлағандар ота, дымлы ергә эләккән орлоҡтар шытып сығып, май ҡояшы аҫтында нығынып ҡалырға өлгөрә, тип иҫәпләй. Дөрөҫ, һуңғы осор ямғыр ҙа яуып алды, әммә дымдың бер ҡасан да артығы булғаны юҡ, әле йәйҙең ниндәй булыры билгеһеҙ. Үткән йылдарҙағы ҡоро торған йәйҙәрҙе иҫкә алһаҡ, ҡояш ерҙәге дымды киптереп бөтөргәнсе сәсеп ҡалыуың хәйерле. Яҙҙың бер көнө йыл туйҙыра тигән халыҡ мәҡәлен иҫкә төшөрөп, хужалыҡтар эш темпын тағы ла арттыра.