Оло һәм урта быуын кешеләре был осорҙо ғүмеренең иң сағыу ваҡиғаһы итеп ҡабул итә. Берәүҙәр дружина байрағын йөрөтөүсе, икенселәр отряд командиры, ә кемдер тимуровсылар командаһы рәйесе булған. Бөгөн дә ҡайһы бер төбәктәрҙә был көн билдәләнә. Әммә уның әһәмиәте лә, мәғәнәһе лә башҡасараҡ. Усаҡ яғыу, пионер йырҙарын йырлау ҙа юҡ кимәлендә. Ҡыҙыл галстукҡа булған ихтирам тойғоһо ла хәҙер тарихта ғына ҡалды...