Һуғыш йылдарында Еңеү көнөн яҡынайтам тип, “таяҡ”ҡа эшләгән инәй-бабайҙарҙың хеҙмәт кенәгәһе булдырыу тураһындағы уйҙар ике ятып бер төшөнә лә инмәгән. (Ул осорҙа бик һирәктәрҙең ҡулына шәхси документ тотоп ҡарау бәхете эләккән.)
Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына һәм уларға тиңләштереүселәргә, тыл ветерандарына бер тапҡыр аҡсалата түләү бирелеү тураһында хәбәрҙарбыҙ. Ошо аҡсаны алыу өсөн бер генә документтың етмәүе лә быға кәртә булыуы мөмкин. Тыл ветераны тураһында таныҡлыҡ ҡайһыларыныҡы бар, ҡайһыларыныҡы юҡ. Шул арҡала өҫтә әйтеп кителгән түләүҙе алыу буйынса ҡыйынлыҡтар тыуа, кәртәләр барлыҡҡа килә. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда эшләү тураһындағы фактты дәлилләгән документтар ҙа кәрәк. Шул сәбәпле Мәләүез район судына күп мөрәжәғәттәр килә.
Район суды рәйесе Розалия Бәҙриева ғаризаға ҡушып бирелергә тейешле кәрәкле документтарҙың исемлеген әйтеп үтте. Бына улар:
Ғариза биреүсенең паспорт күсермәһе. Ышаныс ҡағыҙы күсермәһе йәки ғариза биреүсенең полномочияһын раҫлаусы башҡа документ. Вәкилдең паспорт күсермәһе. Ғариза биреүсенең хеҙмәт кенәгәһе күсермәһе. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эшләүе тураһында дәлилләгән мәғлүмәт йәки шаһит күрһәтеүҙәре. Ғариза күсермәһен һәм уға бәйле документтар теҙмәһен тапшырыу ҡағыҙы тураһында белдереү ҡағыҙы. Дәүләт һалымы түләү тураһында квитанция йәки дәүләт һалымы түләүҙә ташлама бирә торған документ (1-се,2-се төркөм инвалидлыҡ тураһында справка).