Үткән йылдың октябрендә "Урал" ҡошсолоҡ комплексы эш башланы. Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов үҙенең сәхифәһендә билдәләүенсә, бөгөнгә 378 мең күркә йомортҡаһы инкубаторға һалынған, ә 840 мең себеш үҫеп килә.
Предприятие тулы ҡеүәткә эш башларға әҙерләнә. Бының өсөн яңы эш ҡулдары кәрәк. 200-ҙән ашыу кеше эшкә алынасаҡ. Эш эҙләгәндәр 8 927-942-24-32, 8 800-201-81-55 телефондарына шылтыратып, йә @indushkin_ural һылтанмаһы буйынса тулы мәғлүмәт менән таныша ала.