Республикала мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу 6 июндә була. Радий Хәбиров был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Ул муниципалитет башлыҡтарынан зыяраттарҙа бер урында күп кеше йыйылмауын күҙәтеүҙе, автобустар ебәреүҙе һәм зыяраттарҙы тәртипкә килтереүҙе - сүп-сарҙан таҙартыуҙы, ағастарҙы ҡырҡыуҙы һораны. Республикала мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу көнө 2 майҙа үтергә тейеш ине, ләкин ҡатмарлы хәл арҡаһында ул күсерелгәйне.
6 июндән һуң зыяраттар ғәҙәти режимда эшләүен дауам итәсәк.