ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
22 Май 2020, 14:35

Сүп - сар темаһын дауам итеп...

Әлфиә Хәсәнова:- Интернет селтәрендә сүп-сар эшкәртеү полигоны тураһында байтаҡ кеше үҙ фекерен яҙып ҡалдырған. Күптәр ризаһыҙлығын белдергән. Мин иһә ҡаты ҡалдыҡтарҙы яңынан эшкәртеүгә ыңғай ҡараштамын.

Әлфиә Хәсәнова:
- Интернет селтәрендә сүп-сар эшкәртеү полигоны тураһында байтаҡ кеше үҙ фекерен яҙып ҡалдырған. Күптәр ризаһыҙлығын белдергән. Мин иһә ҡаты ҡалдыҡтарҙы яңынан эшкәртеүгә ыңғай ҡараштамын. Үҙем сүп-сарҙы өйҙә үк айырып сығарам. Икмәк, башҡа ризыҡтарҙы мал, ҡош-ҡорт тотҡан таныштарыма бирәм. Ҡаймаҡ, ҡатыҡтан бушаған һауыттарҙы, ҡалай консерваларҙы йыуып, йыйып барам да, ауылға ҡайтарам. Үҫентеләр ултыртыу өсөн бик ҡулай. Ҡағыҙҙы макулатура итеп тапшырам.
Фәрит Ишемғолов:
- Уйлап ҡараһаң, бигерәк күп сүп-сар йыйыла бит. Уны ҡайҙалыр ҡуйырға, эшкәртергә кәрәк. Төҙөләсәк полигон хаҡында төрлө фекерҙәр ишетергә тура килә, әммә тирә-яҡта туҙып, йәмһеҙ булып ятҡан ҡалдыҡтарҙы яңынан эшкәртеп, унан файҙа күреп булыуын уйлаһаң, бының бер насарлығын да күрмәйем.
Фото интернеттан.
Читайте нас: