Яҙ уҡыусылар өсөн Һуңғы ҡыңғырау, имтихандары менән иҫтәлекле. Әҙерлек осоро, саралар тулҡынландырһа ла, иң матур тәьҫораттар ғүмерлеккә иҫтә ҡала. Быйыл Һуңғы ҡыңғырау электрон вариантта үтә. Мәктәптәр флешмоб һәм башҡа саралар үткәрә.
Имтихандарға килгәндә Рәсәй Президенты Владимир Путин 29 июндән Берҙәм дәүләт имтиханын башларға тәҡдим итте. Мәктәптәр сығарылыш уҡыусыларына имтихандарға әҙерләнергә ситтән тороп ярҙам итергә тейеш, тип билдәләне етәксе. Быйыл сығарылыш уҡыусыларының барыһына ла аттестат бирелә, ә Берҙәм дәүләт имтиханын мәктәптән һуң юғары уҡыу йортона инергә йыйынғандар ғына тапшыра. Вуздарға ҡабул итеү августа берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре нигеҙендә үткәрелә. Ғариза электрон документ формаһында ҡабул ителә. Июндә Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра алмағандар уны августа юғары уҡыу йорттарында ҡалған урындарға бирә һәм сентябрҙә уҡый башлай ала. Шулай уҡ быйылғы сығарылыш уҡыусыларын хәрби хеҙмәткә алыу кисектерелә.