Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов үҙ сәхифәһендә халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, тыуған яҡҡа һаҡ ҡарашта булырға, үҙебеҙ йәшәгән ерҙә тәртип һәм таҙалыҡ һаҡларға саҡырҙы. "Барығыҙға ла яҡшы ял, ныҡлы сәләмәтлек", - тип теләктәрен еткерҙе.
"Таҙа йома" акцияһы аҙна һайын үтә, ситтә ҡалмағыҙ. Махсус сараны көтмәй, һәр кеше бөтә ерҙә тәртип һаҡлаһа, бысратыусыларҙы иҫкәртеп, тәрбиә эше алып барһа, бәлки, үҙаң уяныр, бысраҡлыҡтан ҡотолорбоҙ, тормош та йәмлерәк булыр. Изге рамаҙан айында ғына түгел, һәр ваҡыт тәрбиәле, игелекле булайыҡ.