Тиҙҙән ҡыҙым 11-се класты тамамлай. Коронавирус инфекцияһы таралыу хәүефе менән бәйле быйылғы еңел булмаған шарттарҙа уға берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнергә нисек ярҙам итергә?
Һорауға яуапты мәғариф идаралығы белгесе, психолог Ләйсән Уликанова яуап бирә:
- Йомғаҡлау аттестацияһы - уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн дә бик яуаплы мәл. Әммә имтихан ваҡыты билдәле бер тормош этабы ғына икәнлекте оноторға ярамай. Иң беренсе кәңәш: балағыҙҙы имтихан менән ҡурҡытмағыҙ. Бының менән һеҙ уның яҡшы итеп уҡыу, ҡабатлау теләген уятмайһығыҙ, ә, киреһенсә, эмоциональ көсөргәнеш кенә тыуҙыраһығыҙ. Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһына әҙерләнеү өсөн уңайлы шарттар булдырығыҙ. Маҡтағыҙ, балағыҙ имтиханды нисек тапшырыуына ҡарамаҫтан, уны яратыуығыҙҙы белдерегеҙ. Тиҫтерҙәре менән сағыштырмағыҙ, был уның үҙбаһаһын төшөрә. Ҡыҙығыҙ менән яҡшы мөғәмәләлә булығыҙ. Имтихан һөҙөмтәһе бала менән ата-әсә мөнәсәбәтен боҙорға тейеш түгел.
Ә сығарылыш уҡыусылары шуны аңларға тейеш: имтихан һорауҙары йылдар дауамында үҙләштергән мәктәп программаһы нигеҙендә төҙөлә. Шуға күрә унда барыһы ла - һеҙ үткән тема. Әммә был әҙерләнмәһәң дә ярай тигәнде аңлатмай. Фәнде яҡшы белеүегеҙ һеҙҙең үҙбаһаны күтәрә, уңышлы тапшырыуға ышанысығыҙҙы арттыра. Әҙерләнгән ваҡытта ниндәй һорауҙы белеүегеҙ һәм ҡайһыһы ҡабатлау талап итеүен билдәләгеҙ. Башҡарған эшегеҙ өсөн үҙегеҙҙе маҡтағыҙ, хаталаныуҙан ҡурҡмағыҙ. Үҙегеҙҙе уңышҡа көйләгеҙ. Ыңғайға көйләнгән кеше генә тормошта еңеүгә өлгәшеүен аңлағыҙ.