Һыйыр көнөнә уртаса 90 стакан һөт бирә. Уны пастеризациялау XIX быуатта башлана. Һөттө эшкәртеү бик күп эпидемиянан ҡотҡара.
Бик күп илдәрҙә һөт бензиндан ҡиммәтерәк тора.
1964 йылда һөттө беренсе тапҡыр ҡағыҙ ҡаптарға һала башлайҙар.
10 литр һөттән бер килограмм сыр яһап була.
Бер стакан һөт ул - 25% кальций, 22% В2 витамины, 21% селен, 9% калий. Һөт продуктын ҡулланыу остеопороз, йыуан эсәк рагы, гипертония, диабет ауырыуҙарынан һаҡлай, тиҙәр белгестәр.
Фитнес яратыусыларға ла һөт эсеү кәңәш ителә. Көнөнә ике стакан һөт эскән кеше тренировка мәлендә бик күп май юғалта, һәм мускулдары яҡшы үҫешә.