«Башҡортостан Республикаһының экология һәм тәбиғәт ресурстары» дәүләт программаһына үҙгәрештәр индерелде. Улар республика Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров етәкселегендә ҡаралды. Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров билдәләүенсә, улар «Экология» милли проектының һәм республиканың социаль-иҡтисади үҫеше стратегик йүнәлештәренә ҡағылышлы. «Ҡалдыҡтарҙы етештереү һәм файҙаланыу менән идара итеү системаһын яҡшыртыу» программаһына контейнер майҙансыҡтарын төҙөкләндереү, ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн сүп контейнерҙары менән тәьмин итеү, сүплектәрҙе бөтөрөү маҡсаты өҫтәлде. 2024 йылға тиклем атмосфера бысраныуын күҙәтеүсе 7 автоматлаштырылған станция барлыҡҡа киләсәк.