Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
11 Июнь 2020, 18:03

Ниндәй көн ул 12 июнь?

Рәсәй көнө үҫеп килгән йәш быуында илһөйәрлек хисе тәрбиәләргә тейешле төп байрамдарҙың береһе булһа ла, күптәр уны өҫтәмә ял булараҡ ҡына ҡабул итә уның тарихын белеүселәр бик һирәк.

Рәсәй көнө үҫеп килгән йәш быуында илһөйәрлек хисе тәрбиәләргә тейешле төп байрамдарҙың береһе булһа ла, күптәр уны өҫтәмә ял булараҡ ҡына ҡабул итә уның тарихын белеүселәр бик һирәк. «Ниндәй көн ул 12 июнь?» тигән һорау менән беҙ йәш быуын вәкиләренә мөрәжәғәт иттек.
Әлфинур ҠОТЛОБАЕВА, студент:
- Рәсәйҙең тыуған көнө икәнен беләм, ә бына тарихын белмәйем.
Алмаз БӘШИРОВ, мәктәп уҡыусыһы:
- Ниндәй байрам икәнен белмәйем. Рәсәй менән бәйле ниндәйҙер көн икәнен беләм. Оҙаҡ ҡына ял итәбеҙ ул байрамда. Оят булып китте хатта, тарихын уҡып алырға кәрәк булыр.
Ләйсән ҒӘЛИЕВА, йәш әсә:
- Рәсәйҙең тыуған көнө икәнен һәр кем белергә тейеш. Ул йыл һайын уҙған сағыу, матур саралары менән иҫтә ҡала. Бер илдә йәшәгәс, ул беҙҙең уртаҡ байрамыбыҙ. Донъябыҙ тыныс, күгебеҙ аяҙ булһын.
Читайте нас: