"Демография" милли проектының Башҡортостанда "Оло быуын" программаһын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында оло йәштәгеләргә даими иғтибар бирелә. Почтальондар көнкүреш кәрәк-ярағы, гәзит журнал менән тәьмин итә. Ғәлиә инәй Иҫәнаманова көтөп ала. Ул 85 йәшендә лә рәхәтләнеп үҙ телендә районда башҡортса уҡый алыуына бик шат.
"Йәштәрҙе дөрөҫ юлға әйҙәр, ә ололарға ғүмер өҫтәр яҡты гәзит - ул "Көнгәк". Гәзитте яратып уҡыйым, "Көнгәк"һеҙ ҡалғанда үҙемдең күп нәмәнән мәхрүм итеп тойҙом. Лилиә ҡыҙыма рәхмәт, ул беҙҙе хәстәрләп, өйгә килеп яҙҙырҙы быйыл", - тип хат ташыусыға изге теләктәрен яуҙыра. Һуғыш балалары өсөн илһөйәрлек, телһөйәрлек ҡоро һүҙ түгел, уларға вайымһыҙлыҡ - сит күренеш. Ғәлиә Сабирйән ҡыҙы өсөн дә халыҡ мәнфәғәте, милләткә, телгә тоғролоҡ - изге төшөнсәләр. 1935 йылдың 12 ғинуарында тыуған ҡыҙ атаһын аҙ хәтерләй, ул уның өсөн фашист илбаҫарҙарынан илен, халҡын һаҡлап яуҙа һәләк булған Герой. Сабирйән Ғәләүетдин улы 1942 йылда һуғышҡа алына, ә 1943 йылда уның батырҙарса һәләк булыуы тураһында хәбәр килә. Уның яҡты образы, ҡаһарман атаһы өсөн ғорурлыҡ хисе ҡыҙына, ҡайғы-хәсрәткә бирешмәй, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға көс бирә. Һәр ваҡыт яҡшылыҡҡа, изгелеккә ынтылып йәшәгәнгә лә матурлығын һис юғалтмаған инәй. "Көнгәк" гәзитен дә яҡтылыҡ, өмөт өләшкәне өсөн ярата.